• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Өфөлә LIII Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары башланды 10.07.19 19:18

    Өфөлә LIII Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары башланды

    10 июлдә Өфөлә LIII Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын асыу тантанаһы үтте. Унда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш, Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Сергей Косилов, Рәсәйҙең Олимпия комитеты генераль секретары Анастасия Давыдова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡатнашты.
    Байрам сараһы донъяның 29 дәүләтенең 84 ҡалаһынан килгән спорт коллективтары парады менән башланды.
    Командаларҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәбрикләне һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың сәләмләү хатын уҡып ишетерҙе.  
    Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Өфө ҡалаһы мэры Өлфәт Мостафинға рәхмәт белдерҙе.
    –    Һеҙ ҙур әҙерлек эше атҡарҙығыҙ. Тағы ла дүрт көндән, сараны ябыу тантанаһында, һеҙгә тағы ла рәхмәт белдерермен тип уйлайым, – тине Торстен Раш.
    Йәш спортсылар араһындағы халыҡ-ара турнир 13 июлгә тиклем дауам итәсәк. Балалар 9 олимпия спорт төрө: йөҙөү, фехтование, грек-рим көрәше, дзюдо, футбол, пляж волейболы, баскетбол һәм ҡаяға үрмәләү буйынса ярышасаҡ.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 1


    Открытая республика
    Ссылки