• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров сираттағы «Төҙөлөш сәғәтен»  үткәрҙе 08.07.19 16:45

    Радий Хәбиров сираттағы «Төҙөлөш сәғәтен» үткәрҙе

    8 июлдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Төҙөлөш сәғәте» форматында сирттағы кәңәшмәне үткәрҙе.

    БР-ҙың төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев проблемалы объеттарҙа төҙөлөш эштәрен тамамлау буйынса күрелгән саралар тураһында бәйән итте. Июндә Иглин ҡасабаһының Төҙөүселәр урамы, 25/1 адресы буйынса һәм «Яңы Булгаков» торлаҡ комплексына ҡараған 10-сы һанлы йорттан фатир асҡыстары тапшырылған. Бөгөн «Миловский парк» торлаҡ комплексына ҡараған биләмәләрҙә йорт алдарын төҙөкләндереү эштәре алып барыла, июль аҙағына өс йорт файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.

    «Миловский парк» торлаҡ комплексы өлөшсөләре вәкиле Эльвира Шәмсуллина әйтеүенсә, фатир асҡыстарын алыусылар юл селтәре булмауға зарлана. Элекке төҙөлөш компанияһы әҙерләгән проект бөгөн ҡайтанан ҡарауҙы талап итә.

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтенә әлегә – проект, артабан юл инфраструктураһы төҙөлөшө өсөн сығымдар табырға һәм бүлергә ҡушты.

    – Һеҙ бик мөһим һорау күтәрҙегеҙ, – тине республика етәксеһе. – Беҙ бөгөн йорттарҙы төҙөп бөтөү эше менән мәшғүлбеҙ, шул уҡ ваҡытта юлдар, балалар баҡсаһы һәм мәктәптәр тураһында ла уйларға тейешбеҙ. Былар барыһы ла беҙҙең иңдәге яуаплылыҡ.

    «Төҙөлөш сәғәтендә» ҡатнашыусылар шулай уҡ республика район-ҡалаларында бассейндар төҙөү мөмкинлектәре менән танышты. Бөгөнгә 16 муниципаль берәмек, шул иҫәптән Межгорье ҡалаһында бассейн юҡ. Ултырышта артыҡ ҡиммәт булмаған стандарт типлаштырылған проекттар вариантын ҡарарға тәҡдим ителде. Шул осраҡта республикала йылына ике-өс бассейн төҙөргә мөмкин буласаҡ.

    – Әйҙәгеҙ, типлаштырылған проект эшләйек. Кәрәкле коммуникациялар менән ер биләмәләрен билдәләү зарур, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең һәр бер муниципаль берәмектә бассейн булырға тейеш.


    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки