• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Мәскәүҙә «Һабантуй - 2019» Халыҡ-ара фестивале үтте 07.07.19 12:25

    Мәскәүҙә «Һабантуй - 2019» Халыҡ-ара фестивале үтте

    6 июлдә Мәскәүҙең «Коломенское» музей-ҡурсаулығында «Һабантуй - 2019»  XXXI Халыҡ-ара фестивале үтте. Сарала Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачёв етәкселегендә Башҡортостандан рәсми делегация, шулай уҡ республиканың иң яҡшы ижади коллективтары, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, Мәскәү һәм Татарстандың вәкәләтле делегациялары ҡатнашты.

    Һабантуй ҡунаҡтарын Константин Толкачёв тәбрикләне. Ул Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың сәләмләү адресын уҡып ишеттерҙе һәм фестивалде ойоштороуға тос өлөш индергән активистарға рәхмәт хаттары тапшырҙы.

    Был юлы Мәскәү һабантуйы Башҡортостан Республикаһа ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналды. Сарала ҡатнашыусылар башҡорт халҡының күп төрлө мәҙәниәте һәм йолалары менән таныша алды. Милли ихаталар Кушнаренко һәм Хәйбулла райондары тарафынан әҙерләнде.

    Концерт номерҙары менән Айҙар Ғәлимов, Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө, Радик Юлъяҡшин, «Арғымаҡ», «Бәхетле» төркөмдәре, Ф.Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм башҡалар сығыш яһаны.


    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки