• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша төҙөләсәк яңы күперҙең тәүге ташы һалынды 08.07.19 17:32

    Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша төҙөләсәк яңы күперҙең тәүге ташы һалынды

    8 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ағиҙел йылғаһы аша төҙөләсәк яңы күперҙең тәүге ташын һалыуҙа ҡатнашты.

    Проектҡа ярашлы, яңы күперҙең метал ҡоролмаһы ете нығытмаға урынлаштырыласаҡ. Уның аша өс һыҙатлы автомобиль юлы һалына. Бер ыңғай Салауат Юлаев проспектын һәм Пугачёв урамын киңәйтеү, иҫке күперҙе реконструкциялау эштәре лә алып барыласаҡ.

    Проект хаҡы 3,5 млрд һум тип баһалана. Төҙөлөштөң беренсе этабында, ә ул 31 айға иҫәпләнгән, иҫке күперҙәрҙә хәрәкәтте сикләү булмаясаҡ. Артабан автомобилдәр ағымы яңы күпергә йүнәлтелә, реконструкция талап ителгән иҫке күпер иһә тулыһынса төҙөкләндереү эштәренә ябыла.

    – Күптән түгел Өфө-Аэропорт юлын төҙөкләндерҙек. Шул сәбәпле барлыҡҡа килгән автомобиль тығындарын бөтәһе лә хәтерләй, – тине Радий Хәбиров. – Ошоно иҫәпкә алып, беҙ транспорт ағымын тарайтмаҫҡа тигән бурыс ҡуйҙыҡ. Шуға ла ике күпер араһында метал ҡоролма урынлаштырыу проектында туҡталдыҡ. Росавтодор менән килешеү барышында өҫтәмә 2 млрд һум аҡса бүленеү тураһында килешә алдыҡ. Күпер – ҡиммәтле төҙөлөш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ошо йүнәлештә эштәрҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ. 1 июлдә Дмитрий Анатольевич Медведев менән осрашыу барышында ла юл-транспорт инфраструктураһын үҫтереү тураһында фекер алыштыҡ. Дөйөм алғанда республика «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты буйынса нормативты үтәй тип белдерәбеҙ.

    2019 йылда Башҡортостанда 25 автомобиль күперен төҙөү һәм төҙөкләндереү планлаштырылған. Объекттар Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Бөрө, Дүртөйлө, Иглин, Илеш, Краснокама, Мәсетле, Мишкә, Туймазы һәм Өфө райондарында урынлашҡан.


    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки