• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды 28.06.19 13:54

    Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды

    28 июндә Өфөлә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды. Сарала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.

    Һәйкәл Телеүҙәк алдында «Торатау» конгресс-холы ҡаршыһына ҡуйылды. Авторы – Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, скульптор Андрей Ковальчук. (Ул шулай уҡ Өфөләге Мостай Кәрим һәйкәле авторы). Монументтың бейеклеге 6 метр самаһы, постаменты граниттан эшләнгән, һәйкәл бронзанан ҡойолған.

    – Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асыу – республика өсөн мөһим ваҡиға. Ул беҙҙе изге эштәргә әйҙәйәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн мин V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарына мөрәжәғәт итеп, тыуған төйәгебеҙҙе үҫтереү, уның ҡеүәтен арттырыу өсөн тупланырға саҡырҙым. Тап көслө һәм берҙәм Башҡортостаныбыҙ өсөн Шәйехзада Бабич үҙ ғүмерен фиҙа ҡылған. Ул Ватанының тоғро улы, ирекле тормош, батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө.

    Республика халҡын иҫтәлекле ваҡиға уңайынан шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук һәм Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина ҡотланы.


    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки