• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров республика халҡын Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотланы 08.07.19 20:58

    Радий Хәбиров республика халҡын Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотланы

    8 июлдә Бөрө ҡалаһында Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрам сараһында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе республика халҡын байрам менән тәбрикләне, ғаилә ҡиммәтәрен һәм йолаларын нығытыуға ҙур өлөш индергән дүрт ғаиләгә «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалын тапшырҙы.

    – Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҙур һәм изге йолаға нигеҙ һалабыҙ – йыл һайын 8 июлдә тап ошонда, Бөрө ҡалаһында йыйылып, үҙебеҙҙең ғәзиз һәм яҡын кешеләребеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен белдерәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Сөнки ғаилә – ул иң мөһиме, тормош мәғәнәһе, ул беҙгә йәшәргә һәм эшләргә көс бирә.

    - Һәр ғаиләлә бер-береһен һаҡлауҙарын теләйем, беҙҙең ғаиләләрҙәге йылылыҡ яныбыҙҙа булған, иғтибарға мохтаж башҡа кешеләргә лә өләшерлек булһын, – тип тормош иптәшен Каринэ Хәбирова ла ҡеүәтләне.

    Сарала «Рәсәй әсәләре» бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте рәйесе Валентина Петренко ла ҡатнашты. Ул оя ҡороусы күгәрсендәрҙе һынландырған бүләк тапшырҙы. Радий Хәбиров был символ Бөрө музейында урын аласаҡ һәм бөгөн башланған матур йола иҫтәлеге булып торасаҡ тине.


    31 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 1 2 3 4


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».