• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров: «Халҡыбыҙ татыу, бай һәм бәхетле йәшәһен өсөн ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкмен» 29.06.19 17:40

    Радий Хәбиров: «Халҡыбыҙ татыу, бай һәм бәхетле йәшәһен өсөн ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкмен»

    29 июндә Ишембай районында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Торатау йыйыны» фольклор байрамында ҡатнашты. Күләмле сара V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә Торатау итәгендә үтте.

    Байрам сараһы «Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексына сәскәләр һалыуҙан башланды.

    Артабан төбәк етәксеһе сараға саҡырылған ҡунаҡтарҙы һәм фольклор байрамға йыйылған тамашасыларҙы сәләмләне, Ишембай районының бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.

    – Бөгөн һеҙҙең менән бергә булыу – оло мәртәбә һәм ҙур яуаплылыҡ. Бынан бер-нисә саҡырым алыҫлыҡта минең әсәйемдең тыуған ауылы урынлашҡан. Бынан алыҫ түгел ата-әсәйем ерләнгән. Был минең тыуған ерем һәм барыбыҙ ҙа татыу, бай һәм бәхетле йәшәр өсөн ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкмен, – тине Радий Хәбиров үҙ сығышында.

    ***
    «Торатау йыйыны» майҙанында Башҡортостан етәксеһе декоратив-ҡулланма сәнғәт эштәре күргәҙмәһе менән танышты. «Сармат вариҫтары» тип исемләнгән театрлаштырылған тамаша һәм милли спорт ярыштарын ҡараны.
    Көнө буйы дауам иткән байрамдың төп тамашаһы ¬– лазер-шоу һәм билдәле артистар ҡатнашлығындағы ҙур концерт булды.


    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки