• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев менән осрашыу 01.07.19 18:26

    Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев менән осрашыу

    1 июлдә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев менән осрашты. Яҡтар ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы күрһәтеү һәм республиканың экспорт ҡеүәтен үҫтереү перспективаларын барланды.

    2019 йылда ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн республикаға федераль бюджеттан 2,71 млрд һум аҡса бүленгән. 27 июнгә ҡарата был сумманың 45,2 проценты төбәккә ебәрелгән, был ил буйынса уртаса күрһәткескә тура килә.

    Төбәктә ҙур иғтибар ауыл хужалығы сәнәғәте комплексы тармағындағы инвестиция проекттарына бүленә. Бындай ҡараш етештереү ҡеүәтен һәм экспорт потенциалын арттырға ярҙам итә. Әлеге көндә республикала 559 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, уларға бүленгән субсидияларҙың дөйөм күләме 1,6 млрд һум.

    Дәүләт яғынан күрһәтелгән ярҙам һөҙөмтәһендә Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһын ситкә һатыу артҡан. 2018 йылда был күрһәткес алдағы йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға артҡан.

    Яҡтар шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәрҙең яҙғы ҡырау һәм төрлө сирҙәр һөҙөмтәһендәге юғалтыуҙарын ҡаплатыу һорауҙарын күтәрҙе. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 2,5 млрд һум аҡса күсереү ҡаралған. Рәсәй Хөкүмәте ҡарары сығыу менән улар төбәктәргә таратыласаҡ.


    1 2 3 4 5 6 7
    8 9 10 11 12 13 14
    15 16 17 18 19 20 21
    22 23 24 25 26 27 28
    29 30 31 1 2 3 4


    Открытая республика
    Ссылки