• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    «Транспорт сәғәтендә» «Алға» картаһына бәйле һорауҙар ҡаралды 24.06.19 16:29

    «Транспорт сәғәтендә» «Алға» картаһына бәйле һорауҙар ҡаралды

    24 июндә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте» форматында сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Унда «Алға» берҙәм транспорт картаһын әйләнешкә индереүгә әҙерлек буйынса һорауҙар ҡаралды.
    Башҡортостандың транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, Берҙәм транспорт картаһы 1 июлдән ҡала һәм ҡала яны йәмәғәт транспортына индерелә. Тәүге этапта һатыуға 200 мең карта сығарыла. Улар «Өфө-печать» кибеттәрендә, «Байрам», «Башспирт», «Альдо», «Батыр» селтәрҙәре магазиндарында, шулай уҡ Һаҡлыҡ банкы бүлексәләрендә һатыла. Картаны онлайн-сервис аша тулыландырырға мөмкин буласаҡ.
    1 сентябрҙән мобиль ҡушымта эшләй башлай. Шул уҡ ваҡыттан бер сәғәтлек тариф индереләсәк, ул сәғәт эсендә бер билет менән йәмәғәт транспортының бер-нисә маршруты менән файҙаланырға форсат бирә.
    Әлеге ваҡытта терминалдар урынлаштырыу һәм ҡорамалдарҙы көйләү бара. 1 июлдән 6 мең йәмәғәт транспортының 3,5 меңе ҡул аҡсаһыҙ түләү фоматына күсерелә тип көтөлә.
    Төбәк етәксеһе республика халҡы был картаны һатып алыу менән ниндәй өҫтөнлөккә эйә буласаҡ тип һораны. Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, карта менән ҡулланған осраҡта юҡ хаҡы арзаныраҡҡа төшә. Бынан тыш, киләсәктә берҙәм транспорт картаһы менән бөтә төр транспорттарҙа ла файҙаланырға мөмкин буласаҡ.


    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки