• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Өфөгә эш сәфәре менән Николай Патрушев һәм Сергей Нарышкин килде 17.06.19 17:09

    Өфөгә эш сәфәре менән Николай Патрушев һәм Сергей Нарышкин килде

    17 июндә Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең Именлек Советы Секретары Николай Патрушев һәм Рәсәй Федерацияһының Тышҡы разведка хеҙмәте директоры Сергей Нарышкин килде. Өфө аэропортында уларҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡаршы алды.
    Башҡортостандың башҡалаһында Николай Патрушев менән Сергей Нарышкин именлек мәсьәләләрен көйләүсе юғары вазифалы вәкилдәрҙең X Халыҡ-ара осрашыуында ҡатнашасаҡ. Сара Өфөлә 18-20 июндә үтә, унда йөҙҙән ашыу дәүләттең милли именлек буйынса етәкселәре ҡатнашасаҡ.


    1 2 3 4 5 6 7
    8 9 10 11 12 13 14
    15 16 17 18 19 20 21
    22 23 24 25 26 27 28
    29 30 31 1 2 3 4


    Открытая республика
    Ссылки