• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Ауыл-ҡала урамдарына яҡтыртҡыс системалары урынлаштырыу планға ярашлы алып барыла 17.06.19 10:31

    Ауыл-ҡала урамдарына яҡтыртҡыс системалары урынлаштырыу планға ярашлы алып барыла

    Республика ауыл-ҡалаларында урам яҡтыртҡыстары системаларын урынлаштырыу 22 процентҡа тормошҡа ашырылған. Билдәләнгән план 1 июнгә ҡарата арттырып үтәлгән. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

    2019 йылда бөтәһе 23 мең яҡтыртҡыс урынлаштырыу күҙаллана. Эштәр 1 ноябргә тамамланырға тейеш. Шулай уҡ 1 августҡа тиклем мәғариф учреждениеларына илткән юлдарҙы яҡтыртҡыстар менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылған. Борис Беляев әйтеүенсә, ҡайһы бер муниципаль берәмектәрҙә был эш атҡарылмаған, әммә ҡуйылған талапты ваҡытында үтәр өсөн бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ юҡ.

    Төбәк етәксеһе тағы ла балалар баҡсалары һәм мәктәптәргә яҡын йәйәүлеләр үткәүелдәрендә юл билдәләрен яңыртыу бурысын ҡуйҙы.


    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки