• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан 80 млдр һумдан ашыу инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйҙы 07.06.19 18:00

    Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан 80 млдр һумдан ашыу инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйҙы

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы XXIII Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында үҙ эшен тамамланы.

    Форум сиктәрендә ике тиҫтәнән ашыу инвестиция документтарына ҡул ҡуйылды, килешеүҙәрҙең дөйөм хаҡы 82 млрд һум тип баһалана. Уларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республикала яңы 3000 яңы эш урыны барлыҡҡа килер тип көтөлә. Быйыл Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында йәлеп ителгән инвестициялар күләме буйынса рекорд ҡуйылды. Сағыштырыу өсөн, былтыр ошо уҡ сарала 30 млрд һумлыҡ инвестиция килешеүҙәре төҙөлә.

    –Был һандар һауанан алынманы, – тине Радий Хәбиров. – Алдан алып барылған эш һөҙөмтәһе. Ҡайһы бер проекттар инде яҡланған, улар буйынса эш башланған. Төҙөлгән килешеүҙәр – уларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән өҫтәмә стимул. Быйыл республика инвестиция климаты буйынса Милли рейтингта үҙ позицияһын яҡшыртты, 23-сө урындан 16-сыға күтәрелдек. Кәйеф яҡшы. Бик күп осрашыуҙар булды. Беҙҙең тәжрибә менән уртаҡлашыр өсөн башҡа төбәктәрҙән коллегалар мөрәжәғәт итте.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30


    Открытая республика
    Ссылки