• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумының пленар ултырышында ҡатнашты 07.06.19 19:38

    Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумының пленар ултырышында ҡатнашты

    7 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумының пленар ултырышында Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин сығыш яһаны. Ултырышта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.

    Форумға сит илдәрҙең башлыҡтары һәм хөкүмәт етәкселәре, төрлө дәүләттәрҙән эре компания етәкселәре, алдынғы эксперттар, сәйәсмәндәр саҡырылғайны.

    Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумының почётлы ҡунаҡтары рәтендә Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе СИ Цзиньпин, Болгария Президенты Румен Радев, Әрмәнстан Премьер-министры Армении Никол Пашинян, Словакия Премьер-министры Петер Пеллегрини, шулай уҡ ООН генераль секретары Антониу Гутерреш булды.

    – Бөгөн беҙ Рәсәйҙә оҙайлы стратегик программаларҙы тормошҡа ашыра башланыҡ. Уларҙың күбеһе глобаль характерға эйә, – тине Владимир Путин пленар ултырышта сығыш яһап. – Әлеге үҙгәрештәрҙең тиҙлеге һәм масштабына донъя тарихында аналог табып булмай. Шуға бөгөн бары тик бер-беребеҙҙе тыңлап, аңлап эшләргә, уртаҡ маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн көстәрҙе тупларға кәрәк.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки