• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың рәсми делегацияһын етәкләй 06.06.19 6:05

    Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың рәсми делегацияһын етәкләй

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров XXIII Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың рәсми делегацияһын етәкләй.

    Төбәк етәксеһе форумдың пленар ултырышында, энергетика буйынса панель сессияһында ҡатнашасаҡ. «Спорт барыһы өсөн: донъяуи тренд һәм эшлекле ҡараш» тип исемләнгән дискуссияла сығыш яһаясаҡ.
    Форум сиктәрендә төбәктәр, финанс-кредит ойошмалар, предприятие һәм фондтар менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ республика биләмәһендә «Роснефть», «Росатом», «Сбербанк», «Уралсиб», «Ростелеком», «Почта России», «КАМАЗ», RAILGO, «Хевел», «Солар Системс», «Газпром СПГ технологии», Marubeni Corporation кеүек Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең эре компаниялары менән инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүҙәр раҫланасаҡ.

    Рәсми делегацияның программаһында эшлекле осрашыуҙар, панель сессиялары, түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашыу ҡаралған.

    Форумда Башҡортостандың күргәҙмә экспозицияһы эшләй. Унда республикалағы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре, айырым иҡтисади зона мөмкинлектәре күрһәтелгән, шулай уҡ логистика, нефть химияһы, хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү, энергетика һәм транспорт тармағы компаниялары проекттары тәҡдим ителә. 100 кв.м майҙанда урынлашҡан экспозиция стендында фекер алышыу, килешеүгә ҡул ҡуйыу урындары булдырылған, презентация экраны һәм республиканың инвестиция картаһы эшләй.

    Белешмә:
    Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы 1997 йылдан ойошторола. 2006 йылдан Рәсәй Федерацияһы Президенты патронаты аҫтында үтә.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки