• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
     Ураҙа байрамы менән ҡотлау 04.06.19 6:08

    Ураҙа байрамы менән ҡотлау

    Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе мосолмандар!

    Һеҙҙе ысын күңелдән изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ҡотлайым!

    Бөгөн хаҡ мосолмандар ураҙа тамамланыу уңайынан туғандары һәм таныштары менән йыйыла, бер-береһенә хөрмәтен белдерә, күңел йылыһын өләшә, яҡындарын иҫкә төшөрә.

    Беҙҙең республикала төрлө милләт һәм дин вәкилдәренә татыулыҡта лайыҡлы йәшәр өсөн бөтә мөмкинлектәр тыуҙырылған. Ғаилә ҡиммәттәре, дин һәм конфессия-ара хеҙмәттәшлек нығына.

    Башҡортостандың мосолмандар өммәһенә хәйриә эшмәкәрлеге, йәмғиәт тормошонда актив ҡатнашҡандары, йәш быуынды әхләҡи тәрбиәләүгә һәм республикала татыулыҡты нығытыуға индергән өлөштәре өсөн рәхмәтемде белдерәм.

    Изге Ураҙа байрамы йорттарыбыҙға ҡот, бәрәкәт, күңелдәребеҙгә яҡтылыҡ һәм тыныслыҡ алып килһен. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем!

                                                        Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки