• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Бөгөн беренсе Өфө-Вена авирейсы башҡарылды 03.06.19 10:56

    Бөгөн беренсе Өфө-Вена авирейсы башҡарылды

    3 июндә беренсе Өфө — Вена авиарейсы башҡарылды. Бөгөн иртән 84 кеше UT №731 рейсы менән Австрияның баш ҡалаһына юлланды.

    – Беҙгә Европаға тура рейс бик кәрәк. Венаға тура рейс асыу тураһында ҡарар Австрия Республикаһы менән алып барған әүҙем бәйләнештәрҙе иҫәпкә алып ҡабул ителде. Был, ысынлап та, ҙур ваҡиға. «Өфө» халыҡ-ара аэропортына рәхмәтлемен: ул сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алды, — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшләмәлә.

    Utair авиакомпанияһы менән берлектә әҙерләнгән осош программаһы 2020 йылдың июненә тиклем иҫәпләнгән. Осоштар аҙнаһына ике тапҡыр — дүшәмбе һәм йома көндәрендә 126 пассажир һыйҙырышлы 737-500 боингында башҡарыла.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки