• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Бөрйән районы Һабантуйында булды 01.06.19 15:15

    Радий Хәбиров Бөрйән районы Һабантуйында булды

    1 июндә Бөрйән районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Һабантуйҙа ҡатнашты.

    Төбәк етәксеһе район халҡын яҙғы ҡыр эштәре тамамланыу менән тәбрикләне.

    – Бөрйән районы – Башҡортостандың иң хозур төбәктәренең береһе. Бында һәләтле һәм эшһөйәр халыҡ йәшәй, – тине Радий Хәбиров. – Район Һабантуй байрамын яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршы ала. Һеҙгә намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә бәхет һәм һаулыҡ теләйем! Байрам менән!

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров район ойошмалары ҡуйған тирмәләр менән танышты, милли көрәш һәм уҡсылар бәйгеһен ҡараны, еңеүселәргә лайыҡлы бүләктәрен тапшырҙы.

    –Тәъҫораттар бай. Төп маҡсат – халыҡ ял ойоштороу, күңел асыу өсөн шарттар тыуҙырыу. Минеңсә, ошоға ирешә алдыҡ. Сағыу эмоциялар байрамына шаһит булдыҡ, – тине Радий Хәбиров.

    Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тап төбәк етәксеһе башланғысы менән быйыл республикала айыҡ һабантуйҙар уҙа.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30


    Открытая республика
    Ссылки