• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Бөрйән районына эш сәфәре 01.06.19 12:04

    Бөрйән районына эш сәфәре

    1 июндә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бөрйән районында булды.
    ***
    Әбделмәмбәт ауылында төбәк етәксеһе яңы модулле фельдшер-акушер пункты эше менән танышты. Социаль объект былтыр сафҡа ингән, хаҡы 2,8 млн һум. Бөгөн унда ике фельдшер эшләй, улар 700 кешене хеҙмәтләндерә. Медицина белгестәре күтәргән төп һорау – ҡорамалдарҙы яңыртыу.
    Бер айҙан был ауылда мәҙәниәт йорто асыласаҡ. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса төҙөкләндерелгән үҙәктең дөйөм майҙаны 300 кв.м. Артабан яңыртылған мәҙәниәт йортонда Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенән тыш китапхана ла урынлашасаҡ.
    Әбделмәмәбәт урта мәктәбендә Радий Хәбиров компьютер класы менән танышты, унда робототехника студияһы дәрестәре үтә. Төбәк етәксеһе шулай уҡ спорт залын, ял бүлмәһен ҡараны, уҡытыусылар менән аралашты. 1930 йылда асылған мәғариф учреждениеһы 1997 йылда өр-яңы ике ҡатлы бинаға күсә. Бында 12 кабинет, ике музей, хоккей, бейсбол майҙаны һәм 26 урынға иҫәпләнгән интернат бар. Мәктәп директоры әйтеүенсә, бөгөнгә иң актуаль тема – зәңгәр яғыулыҡ, әле бина утын менән йылытыла. Шулай уҡ ҙур булмаған спорт комплексына ихтыяж бар. Радий Хәбиров был һорауҙарҙы ентекләп өйрәнергә һәм аныҡ тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
    ***
    Байназар ауылында Радий Хәбиров ауыл амбулаторияһы менән танышты. Был учреждениеға 13 ауылдан 6 мең кеше ҡарай. 2015 йылға тиклем унда 25 урынға иҫәпләнгән стационар эшләп килһә, бөгөн бары паллиатив ярҙамға мохтаждар өсөн 10 урын ҡалдырылған. Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алдына аныҡ бурыс ҡуйҙы, тәүлек әйләнәһенә эшләгән 5 өҫтәмә койка-урын асырға ҡушты.
    Бөрйән районы дауаханаһы баш табибы Илмир Фәтҡуллин әйтеүенсә, ауылдар бер-береһенән алыҫ урынлашҡан, ҡайһы берәүҙәргә дауаханаға килеп етер өсөн бер-нисә сәғәт ваҡыт талап ителә. Ошоларҙы иҫәпкә алып, Радий Хәбиров сираттағы «Сәләмәтлек сәғәте» сиктәрендә Бөрйән районында һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу мәсьәләһен айырым ҡарарға тәҡдим итте.
    Байназарҙа балалар баҡсаһы мөмкинлектәрен киңәйтеү бурысы ла тора. 35 балаға иҫәпләнгән учреждениеға бөгөн 60 бала йөрөй.
    Байназар халҡы шулай уҡ Ағиҙел яры буйында махсус һыу инеү урыны булдырыу һорауын күтәрҙе. Радий Хәбиров хакимиәт бышлығына был мәсьәләне 1 июлгә тиклем хәл итергә ҡушты.
    ***
    Ҡурғашлы ауылында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Белпромресурс» предприятиеһының етештереү майҙандары менән танышты. Ул 2015 йылда «Селена» урман сәнәғәте компанияһы тарафынан асылған. Проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында ошоғаса 24 млн һум аҡса йүнәлтелгән. Бөгөн унда поддон һуғыу цехы эшләй, трансформатор станцияһы сафҡа ингән. Бөгөн йылы цех төҙөлә. Күҙаллауҙар буйынса дөйөм инвестиция күләме 110 млн һум тәшкил итәсәк. Аралашыу барышында төбәк етксеһе урман эшкәртеүселәр тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
    ***
    2020 йылда Яңы Монасип менән Иҫке Монасип ауылдарын тоташтырасаҡ яңы күпер сафҡа инәсәк. Ул 2016 йылда төҙөлә башлай, әммә эш графикка ярашлы алып барылмай. Бөгөнгә яңы подрядсы ойошма билдәләнгән, проект эше тамамланған, яҡын киләсәктә төҙөлөш эше башланасаҡ. Әлегә ике ауылды иҫке ағас күпер тоташтыра. Туҡтап ҡалған төҙөлөш тураһында урындағы халыҡ «Инцидент» системаһы аша мөрәжәғәт итә. Радий Хәбиров шунда уҡ мәсьәләгә иғтибар бүлә, күпер төҙөлөшө буйынса һорауҙар хәл ителә башлай.
    ***
    Бөрйән, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондары биләмәһен үҙ эсенә алған «Бөрйән» туристик кластерын үҫтереү һорауҙары буйынса Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Юлбарыҫ» яуаплығы сикләнгән йәмғиәт директоры Марс Юлбарыҫов менән фекер алышты. Иҫке Собханғол ауылында уның тарафынан 50 кешегә иҫәпләнгән ҡунаҡхана төҙөлгән. Артабан да туристик база, ҡунаҡханалар, күңел асыу инфраструктураһын төҙөү планы бар. Эшҡыуар билдәләүенсә, кластерҙы үҫтереү урынға инвестициялар йәлеп итергә ярҙам буласаҡ. Бынан тыш республика халҡы һәм ҡунаҡтарына яңы кимәлдәрге комплекслы туристик продукт тәҡдим итергә мөмкинлек асасаҡ.
    Район үҙәгендә республика етәксеһе шулай уҡ яңы микрорайон менән танышты. Йәш ғаиләләр менән аралашты. Улар беренсе сиратта район дауаханаһында белгестәр етмәүен һыҙыҡ аҫтына алды.
    ***
    Эш сәфәре аҙағында Радий Хәбиров «Шүлгән-Таш» тарихи-мәҙәни комплексы төҙөлөшө менән танышты. Ул мәмерйәләге палеолит осоронда төшөрөлгән уникаль һүрәттәрҙе һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Проектҡа ярашлы, музей өс ҡаттан торасаҡ, дөйөм майҙаны 4 мең кв.м. Объекттың хаҡы 350 млн һум тип баһалана.
    Башҡортостан етәксеһе шулай уҡ Шүлгән-таш мәмерйәһенә инде, төпкө залдарға үтте. Уны уникаль һүрәттәрҙе һаҡлау өсөн алып барылған эштәр менән таныштырҙылар. Әйткәндәй, Шүлгән-таш мәмерйәһе бөгөн ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә эләгергә дәғүә итә.

    - Бөгөн беҙ туристар өсөн уңайлы инфраструктура булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Бөрйән районы иҡтисады өсөн был бик мөһим. Киләһе йылда был эштең тәүге этабын тамамларбыҙ тип ышанам, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта ошо һүрәттәрҙе һаҡламаһаҡ, оло енәйәт ҡыласаҡбыҙ. Уларға 20 мең йыл. Беҙҙең маҡсат – уларҙы һаҡлау.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки