• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Молдова Республикаһы делегацияһы менән осрашыу 29.05.19 19:44

    Молдова Республикаһы делегацияһы менән осрашыу

    29 майҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Молдова Республикаһы Президенты Игорь Додон етәкселегендәге рәсми делегация менән осрашты.

    – Һеҙ Өфөгә Нур-Солтан ҡалаһынан, Юғары Евразия иҡтисад советынан һуң килдегеҙ. Рәсәй Президенты Владимир Путин ЕвразЭС башҡа дәүләттәр менән бәйләнештәр нығытырға йыйына, беренсе сиратта яҡын күршеләр, шулар иҫәбендә Модова Республикаһы менән тип белдерҙе, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан хеҙмәттәшлеккә әҙер.

    Төбәк етәксеһе бер-нисә өҫтөнлөклө йүнәлеште һыҙыҡ аҫтына алды. Улар Башҡортостан менән Молдова араһында тауар әйләнешен арттырыуға йоғонто яһаясаҡ. Һүҙ ауыл хужалығы тармағы, биологик препараттар һәм ашламалар, сәнәғәт ҡорамалдары, машина төҙөлөшө тауарҙары хаҡында. Радий Хәбиров әйтеүенсә, гуманитар өлкәлә лә хеҙмәттәшлекте дауам итеү зарур.

    Игорь Додон Молдова үҙаллылыҡ алғандан бирле Башҡортостанға килгән беренсе Президент булыуын билдәләне һәм был сәфәр артабанғы хеҙмәттәшлеккә ҙур йоғонто яһар тигән ышанысын белдерҙе.

    – Рәсәй Федерацияһы Молдова Республикаһы иҡтисадындағы төп инвестор. Былтырғы йомғаҡтар буйынса ике дәүләт араһындағы тауар әйләнеше 1 млрд доллар тип баһаланды, – тине Игорь Додон. – Әммә беҙ Владимир Владимирович Путин менән килештек, артабан ике дәүләт төбәктәре араһындағы хеҙмәттәшлекте киңәйтәсәкбеҙ.

    Эшлекле осрашыу аҙағында Өфө менән Ғағауыз, Башҡортостандың Кушнаренко районы менән Молдованың Окницк районы, шулай уҡ Ишембай районы менән Бессарабский райондары араһындағы хеҙмәттәшлеккә ҡул ҡуйылды.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки