• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостандан күп балалы Сайрановтар ғаиләһе «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнде 30.05.19 20:52

    Башҡортостандан күп балалы Сайрановтар ғаиләһе «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнде

    30 майҙа Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин күп балалы һигеҙ ғаиләгә «Ата-әсәлек даны» ордены тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында Өфөнән ете бала тәрбиәләүсе Лариса һәм Алексей Сайрановтар ҙа бар ине. Тантаналы сара Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Кремлдә үтте. Унда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

    Ил етәксеһе үҙ сығышында йәмғиәт өсөн ғаилә институтының мөһимлеген билдәләп үтте. Уның фекеренсә, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, хеҙмәткә һөйөү, ғәҙеллек һәм берлек кеүек ҡиммәттәр тап күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнә.

    - Дәүләт, йәмғиәт, традицион диндәр алдында торған өҫтөнлөкө бурыстарының береһе – бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү, – тине Владимир Путин. – Һеҙҙеке кеүек ғаиләләр, һеҙҙең кеүек кешеләр – илебеҙҙең оло байлығы. Шуға ла ошондай ғаиләләр күбәрек булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30


    Открытая республика
    Ссылки