• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостан табиптары яман шеште иртә асыҡлаған осраҡта өҫтәмә түләү аласаҡ 27.05.19 15:06

    Башҡортостан табиптары яман шеште иртә асыҡлаған осраҡта өҫтәмә түләү аласаҡ

    Башҡортостанда яман шеште иртә асыҡлау һәм сирлеләрҙе ваҡытында дауалауҙы тәьмин итеү өсөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров айырым категорияға ҡараған табиптарға өҫтәмә матди түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.  

    Документҡа ярашлы, өҫтәмә түләү 2019 йылдың 1 июленән индерелә, премия күләме 5 мең һум. Ул яман шеште беренсе һәм икенсе стадияла асыҡлаған осраҡта ҡараласаҡ.

    Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә указды тормошҡа ашырыу маҡсатында  сығымдарҙы финанслау сығанағын асыҡлау бурысы ҡуйылған.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30


    Открытая республика
    Ссылки