• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыу осраҡтарына арналған кәңәшмә үткәрҙе 28.05.19 19:10

    Радий Хәбиров файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыу осраҡтарына арналған кәңәшмә үткәрҙе

    28 майҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Төбәк именлеген тәьмин итеү буйынса даими координация кәңәшмәһе ултырышын үткәрҙе. Был юлы көн тәртибенә сығарылған һорауҙар файҙалы  ҡаҙылмаларҙы ҡулланыу һәм ошо тармаҡта закон боҙоу осраҡтарын киҫәтеү мәсьәләләренә арналды.
    -    Беренсе сиратта, тармаҡтан бюджетҡа керем артыуын һыҙыҡ аҫтына алам. Быны ошо йүнәлештә тәртип урынлаштырыу сараларын башлау һөҙөмтәһе тип баһалайбыҙ. Тармаҡта легаль шарттарҙа эшләүсе эшҡыуарҙар ҡала. Улар беҙҙең республикала йәмғеһе – 211, – тине Радий Хәбиров. – Шулай булыуға ҡарамаҫтан, килем тураһында тулы мәғлүмәт бирмәгән ойошмалар ҙа бар. Шуға ла ҡәтғи контроль-күҙәтеү эштәре дауам итәсәк.
    Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау буйынса район-ара прокуроры Рунар Шәйхетдинов айырым проблемаларҙы билдәләп, аныҡ тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Беренсенән, муниципаль берәмектәргә яуаплылыҡты арттырырға кәрәк. Шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары легаль эшҡыуарҙар эшмәкәрлеген даими контролдә тоторға тейеш. Сөнки улар рөхсәтһеҙ файҙалы ҡаҙылма сығарыусылар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Был йәһәттән, ЮХХДИ тарафынан аныҡ контроль булдырыу мөһим.
    Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Мирхәйҙәр Фәтхуллин, беренсе сиратта, лицензия талаптарын инҡар итеү күренешен билдәләне. Әлеге мәлдә Баймаҡ һәм Белорет райондарындағы карьерҙарҙы айырым иғтибар үҙәгенә тоторға кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды.
    Закон боҙоуҙарҙы кәметеү маҡсатында республикала даими рәүештә рейдтар алып барыла. Шул уҡ ваҡытта Берҙәм автоматлаштырылған мәғлүмәти система әҙерләнә, ул сығарылған һәм һатылған файҙалы сыймал күләмен иҫәпкә алыуҙы маҡсат итә.  
    –    Мәсьәләгә айырым  иғтибар бүлгәндән алып контроль саралар һаны артҡан, – тине Радий Хәбиров. – Эш алып барыла, әммә һорау тулыһынса хәл ителгән тип әйтергә иртәрәк. Алда ярайһы ҙур эштәр атҡарыу мөһим.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30


    Открытая республика
    Ссылки