• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Силәбе өлкәһендә башҡорт теле уҡытыусыларының беренсе съезы үтте 29.05.19 12:10

    Силәбе өлкәһендә башҡорт теле уҡытыусыларының беренсе съезы үтте

    Конференцияла төбәктең 5 районынан һәм Ҡорған өлкәһенән 25-тән ашыу уҡытыусы ҡатнашты.  Түңәрәк өҫтәл артында педагогтар телде уҡытыуға арналған темалар тураһында һөйләште.
    Сараға Башҡортостан вәкилдәре лә килде. Улар уҡытыу процесына яңы технологиялар индереү тураһында сығыш яһаны. Башҡорт теленән уҡыу-уҡытыу программаһы һәр өлкә өсөн дөйөм булыуы һәм уны интернеттан күсереп алырға мөмкинлеге һыҙыҡ аҫтына алынды. Силәбе өлкәһе өсөн башҡорт теленән региональ уҡыу программаһы әлегә айырым әҙерләнмәгән. Дөйөм әйткәндә, башҡорт телен программа буйынса һәр төбәктә берәр сәғәт уҡытып була. Ә ата-әсәләрҙән ғариза тик туған тел булараҡ һайлау өсөн талап ителә.
    Әлеге көндә өлкәнең күпселек мәктәптәрендә башҡорт теле түңәрәк булараҡ ҡына алып барыла. Был үҙ сиратында уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.
    Башҡорт теленән әсбәптәр етмәүе һәм уларҙың федераль стандарттарға яраҡлашытырылыуы хәл ителгән. Хәҙер директорҙарҙы дәреслектәрҙе һатып алыуға аҡсаның аҙ бүленеүе борсой.
    Конференцияла ҡатнашыусылар балаларҙы башҡорт телен өйрәнеүгә йәлеп итеүсе саралар тураһында ла фекер алышты. Тел балалар баҡсаһынан уҡ индерелә башларға тейеш тигән фекер менән күптәр ризалашты. Силәбеләр был юҫыҡта эш башлаған да инде.  Арғаяш районының Дәрүиш ауылының балалар баҡсаһында башҡортса спектаклдәр ҡуйыла, Арғаяш аграр техникумында башҡорт телен белгән тәбиәселәр әҙерләнә башлаясаҡ. Был мәсьәлә буйынса Башҡортостандың даими вәкиле Амур Хәбибуллин уҡыу йортоноң директоры Ольга Әминева менән һөйләшеүҙәр алып бара.
    «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе Рабиғә Бикбулатова баларҙы туплап, уларға «Урал батыр» эпосын өйрәтә. Башҡорт мәҙәниәте үҙәге рәйесе Венера Аҡмөхәмәтова ойошманың Үрге Өфәлей ҡалаһындағы филиалы 41 балаға башҡорт теле серҙәрен өйрәтелеүе тураһында хәбәр итте.
    Уҡытыусылар конференцияла башҡорт телен уҡытыуҙы һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү тураһында төрлө фекерҙәрен еткерҙе. Сара Силәбе дәүләт университетында урынлашҡан музейға сәфәр һәм концерт менән тамамланды.



    30 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки