• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров V Граждандар форумында сығыш яһаны 27.05.19 19:52

    Радий Хәбиров V Граждандар форумында сығыш яһаны

    27 майҙа «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың 100 йыллығы һәм Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ойошторолоуға 10 йыл тулыуға арналған V Граждандар форумында сығыш яһаны.
    Форумда йәмғеһе 1 300 кеше ҡатнашты. Улар рәтендә Сыуашстан, Һамар һәм Ульянов өлкәһе, ЯНАО, ХМАО һәм башҡа төбәк вәкилдәре бар ине. Форумда күтәрелгән төп тема – коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү.

    Пленар ултырыш алдынан Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күргәҙмә менән танышты. Унда Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының иң яҡшы тәжрибәләре тәҡдим ителгәйне.

    – Иң беренсе сиратта кәрәкле һәм мөһим эш башҡарғанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Ҡайһы саҡта һеҙ кешеләргә иң беренсе булып ярҙамға киләһегеҙ, яҙмыштарҙы, ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалаһығыҙ, – тине Радий Хәбиров. –Республикала көслө, тәжрибәле, ил кимәлендә абруй ҡаҙанған ойошмалар бик күп. Уларҙың эшен йәнләндереү йәһәтенән гранттар системаһын ҡайтанан ҡарарға һәм өҫтәмә сығымдар бүлергә әҙербеҙ.

    Төбәк етәксеһе шулай уҡ социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләһен күтәрҙе. Дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙе үҙ иңенә алған ойошмаларға ташламалар ҡарарға мөмкинлеген һыҙыҡ аҫтына алды. Шулай уҡ ирекмәндәргә юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балл ҡарау мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты.

    Пленар ултырыш һуңында Радий Хәбиров йәмәғәт ойошмалары етәкселәренә һәм республиканың йәмәғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30


    Открытая республика
    Ссылки