• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров демография хәлен яҡшыртыу өсөн өҫтәлмә саралар күрергә ҡушты 27.05.19 11:34

    Радий Хәбиров демография хәлен яҡшыртыу өсөн өҫтәлмә саралар күрергә ҡушты

    2019 йылдың  беренсе кварталында Башҡортостанда тыуымдың кәмеүе һәм үлемдең аҙайыуын теркәлгән. Тәбиғи кәмеү 2404 кеше тәшкил иткән. Үлем осраҡтары 16957-нән 16366-ға тиклем кәмегән. Был хаҡта республика етәксеһе рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
    Ғинуар-март айҙарында  республикала 10446 сабый тыуған, был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 1145-кә әҙерәк. Ни бары туғыҙ районда тыуым буйынса ыңғай динамика күҙәтелә.
    Үлем сәбәптәре элеккесә. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осраҡтары 16% артҡан, онкология сирҙәренән үлем 3% кәмегән, башҡа сәбәптәрҙән — 29% аҙыраҡ теркәлгән. Юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осраҡтары 30% артҡан.
    Сабыйҙарҙың үлем осраҡтары ла артҡан: уҙған йылдың ғинуар-март айҙарында бер йәшкәсә  72 сабый вафат булһа, быйыл беренсе кварталда 76 бала яҡты донъя менән хушлашҡан.
    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Демография” милли проекты сиктәрендә профилактика сараларын арттырырға,  башҡа төбәктәрҙең миҫалын өйрәнергә һәм иң ауыр күрһәткестәр теркәлгән райондарҙың мәғлүмәттәрен тикшерергә ҡушты. Мәҫәлән, Архангел, Әлшәй, Стәрлебаш райондары яман шеш менән сирләү һаны күп: 1000 кешегә 279, 334, 366 кеше тура килә. Учалы, Йылайыр, Көйөргәҙе райондарында — 1000 кешегә 800-ҙән ашыу кеше, Ауырғазыла һәм Ишембайҙа 1000 кешегә 900-ҙән күберәк кеше йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән ауырыған.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки