• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы 28.05.19 11:57

    Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы

    28 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт, төҙөлөш, энергетика, ауыл хужалығы тармағы, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә, социаль, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, киң мәғлүмәт сараларында эшләүсе 53 кеше орден, маҡтаулы исемдәр, почёт грамотаһы, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

    – Бөгөн был залға сағыу, үҙенсәлекле шәхестәр йыйылған. Улар үҙҙәренең намыҫлы хеҙмәте, һәләте менән беҙҙең тормошобоҙҙо йәмләй, – тине Радий Хәбиров бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп. – Үҙенең 100 йыллығын билдәләгән республикабыҙ тарихын байҡап ҡараһаҡ, ул хеҙмәт ҡаҙаныштары, оло еңеүҙәр йылъяҙмаһы, унда һеҙҙең дә өлөшөгөҙ ҙур. Башҡортостанда эшһөйәр халыҡ йәшәй. Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙың биографияһы быға асыҡ миҫал, хеҙмәткә тоғролоҡ, эшһөйәрлек һәм юғары оҫталыҡ өлгөһө. Һеҙҙең һәр берегеҙгә оло рәхмәтемде белдерәм.

    Бүләкләнеүселәр исемлеге


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30


    Открытая республика
    Ссылки