• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
     Радий Хәбиров Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашты 19.04.19 16:50

    Радий Хәбиров Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашты

    19 апрелдә Ҡырымда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров V Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар сессияһында сығыш яһаны.
    Башҡортостан етәксеһе Ялтаға эш сәфәре барышында шулай уҡ Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергей Аксёнов менән осрашты. Яҡтар сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу тураһында фекер алышты.

    Осрашыу башында Сергей Аксёнов Ҡырым шифаханаларында ял иткән Сибай балаларының тәъҫораттарын һорашты.

    –Улар шатланып, бик ҡәнәғәт булып ҡайттылар. Ял программаһы бик бай булған. Балаларға бөтәһе лә оҡшаған, – тине Радий Хәбиров. – Ҡайһы бер балалар беренсе тапҡыр тыуған ҡалаларынан ситкә сыҡты. Улар өсөн был бик иҫтәлекле сәйәхәт булды. Шуға ла ата-әсәләр, ҡала хакимиәте башлығы исеменән һеҙгә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.

    Төбәк етәксеһе көньяҡ республика менән хеҙмәттәшлек биш йыл элек төҙөлгән килешеү нигеҙендә алып барылыуын билдәләне. Бөтә эштәр ҙә юл картаһына ярашлы атҡарыла. Ике төбәк араһында тауар әйләнеше арта, мәҙәни-гуманитар бәйләнештәр нығына.

    –Беҙҙең республикаға биргән балалар шифаханаһы өсөн ҙур рәхмәт. Бөгөн төҙөкләндереү өсөн проект эштәре алып барыла, – тине Радий Хәбиров. – Оҙаҡламай ул Евпаторийҙың иң күркәм урындарының береһенә әйләнәсәк. Башҡортостан балаларына иһә Ҡырымда ял итеү һәм дауаланыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.

    Сергей Аксёнов Ҡырым Республикаһы Башҡортостан ярҙамын тойоуын һыҙыҡ аҫтына алды. Төбәктә Башҡортостан тәжрибәһе әүҙем ҡулланыла.

    –Форумға Башҡортостан эшҡыуарҙарын алып килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ике төбәк араһында иҡтисади бәйләнештәр нығына, – тине Сергей Аксёнов. – Һеҙҙең эшҡыуарҙар ярҙамында Ҡырымда эре инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырырға мөмкин буласаҡ.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки