• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу майҙансыҡтары артасаҡ 22.04.19 11:09

    Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу майҙансыҡтары артасаҡ

    Республика буйынса ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыла торған урындарҙы 13 мең контейнер майҙансығы менән тәьмин итеү талап ителә. Был майҙансыҡтарға йәмғеһе 23 мең контейнер урынлаштырыу мөһим. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов был һандарҙы төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә атаны.

    Йыл башынан республикала 4,4 мең махсус урын булдырылған, 8,7 контейнер урынлаштырылған. Муниципаль берәмектәрҙә контейнерҙар һатып алыу һәм урынлаштырыу графигы төҙөлгән. Әммә министр урынбаҫары әйтеүенсә, айырым райондарҙа графиктарҙы ҡайтанан ҡарыу фарыз. Бөрйән, Ғафури, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Фёдоровка һәм Хәйбулла райондарында хәл итәһе һорауҙар бар.
    Контейнерҙар һатып алыу һәм махсус майҙансыҡтар ойоштороу урындағы бюджет иҫәбенә атҡарыла. Министрлыҡ адресына бюджет-ара трансферт иҫәбенә ошо эштәрҙе финанслау мөмкинлеге тураһында мөрәжәғәттәр күп килә.

    –Беҙ төбәк операторҙары менән осраштыҡ. Күп һорауҙар буйынса аңлау бар. Хакимиәт башлыҡтары контейнер урынлаштыра торған майҙансыҡтар булдырыу буйынса әүҙемерәк эшләргә тейеш. Сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплатыу мәсьәләһен беҙ ҡараясаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.


    29 30 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 31 1 2


    Открытая республика
    Ссылки