• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостанда хакимиәт башлыҡтары өсөн семинар-сессия үтә 20.04.19 11:46

    Башҡортостанда хакимиәт башлыҡтары өсөн семинар-сессия үтә

    19-20 апрелдә Ғафури районында урынлашҡан «Красноусол» шифаханаһы базаһында республика башҡарма власть органдары етәкселәре һәм район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары өсөн семинар-сессия үтте. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.

    –Был сара һеҙҙең өсөн махсус ойошторолдо, – тине төбәк етәксеһе. – Сөнки мин яҡшы аңлайым. Әгәр ҙә һеҙҙең йөҙҙә берҙәмлек, һөҙөмтәле эш, лайыҡлы команда күрәм икән – тимәк бөтә мәсьәләләрҙе лә хәл итә аласағыбыҙҙы аңлайым. Муниципаль берәмек башлығы эшмәкәрлеге – ауыр хеҙмәт. Беҙҙең бурыс – һеҙгә ярҙам итеү. Сөнки һеҙ алғы һыҙатта, һеҙ халыҡ менән аралашаһығыҙ, ил Президенты Владимир Путин ҡуйған бурыстарҙы урындарҙа хәл итәһегеҙ. Беҙ үҙ эшебеҙҙә бары һеҙгә таянабыҙ. Мин һеҙгә ышанам.

    Семинарҙың төп темаһы – Башҡортостанда милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу. Рәсәй Президентының Май Указдары сиктәрендә республикала 57 төбәк проекты тормошҡа ашырыла башланы. Улар барыһы ла төбәктең мөһим тармаҡтарын үҙ эсенә ала.

    Стратегик сессияла биләмәләрҙе социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереү һорауҙары, инвестициялар йәлеп итеү механизмдары, халыҡ менән эшләүҙең һөҙөмтәле юлдары ҡарала. Ҡатнашыусылар өсөн түңәрәк өҫтәлдәр, интерактив лекциялар һәм тренингтар ойошторола.

    Семинарҙа модераторҙар булараҡ Рәсәй кимәлендәге эксперттар, бизнес-тренерҙа сығыш яһай. Улар Сочи ҡалаһында үткән Олимпия уйындары өсөн персонал әҙерләй, Рәсәй Президенты резервы өсөн кадрҙарҙы уҡыта, «Рәсәй лидерҙары» конкурсының финалын ойоштора, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәй Хөкүмәте ағзалары һәм төбәк етәкселәре өсөн сессиялар ойоштора.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки