• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
     Радий Хәбиров менән Рөстәм Миңлеханов Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумына барҙы 18.04.19 13:28

    Радий Хәбиров менән Рөстәм Миңлеханов Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумына барҙы

    18 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Республикаһында Татарстан көндәре сиктәрендә Радий Хәбиров һәм Рөстәм Миңлеханов  «ВДНХ-Экспо» комлексында асылған Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумына барҙы.

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов форум экспозицияһы менән танышты, торлаҡ комплексы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ  предприятиелары вәкилдәре менән тармаҡҡа инновация һәм заманса технологиялар йәлеп итеү тураһында фекер алышты.

    Эшлекле программаның мөһим ваҡиғаһы «Торатау» Конгресс-холында асылған бизнес-форум сиктәрендә үткән  «Төҙөлөш» түңәрәк өҫтәле булды. Фекер алышыуҙа ике төбәктең алдынғы төҙөлөш ойошмалары, илдең эре банк ойошмалары ҡатнашты.


    1 2 3 4 5 6 7
    8 9 10 11 12 13 14
    15 16 17 18 19 20 21
    22 23 24 25 26 27 28
    29 30 31 1 2 3 4


    Открытая республика
    Ссылки