• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Сибай халҡына дәүләт наградалары тапшырҙы 21.04.19 12:43

    Радий Хәбиров Сибай халҡына дәүләт наградалары тапшырҙы

    21 апрелдә Сибайҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Учалы тау байыҡтырыу комбинатының» Сибай филиалы карьерында руда быҫҡыу сәбәпле килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ҡала халҡына дәүләт наградалары тапшырҙы.

    Бүләкләнеүселәр араһында таусылар, табиптар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре.

    –Сибай халҡына рәхмәтемде белдерәм. Улар үҙҙәрен лайыҡлы, сабыр тотто, мәсьәләне аңлап, республика һәм муниципаль власть органдарына уларҙы хәл итергә ҡамасауламаны, – тине Радий Хәбиров. – Таусылар күп көс түкте, уларға айырым рәхмәт. Медицина хеҙмәткәрҙәре икеләтә көсөргәнештә эшләне. Ғәҙәттән тыш хәлдәр системһы белгестәренә, актив ҡала халҡына ҙур рәхмәт.

    Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.

    –Был бүләк ниндәйҙер кимәлдә аванс. Ғәҙәттә ул хакимиәт башлыҡтарына тапшырылмай. Әммә был орден Рөстәм Әхмәткарам улына оло рәхмәт билдәһе. Бөтә ауырлыҡтарҙы лайыҡлы ҡабул итеп, фиҙәҡәр эшләне, ҡаланы ташлып бер ҡайҙа ла сығып китмәне, – тине төбәк етәксеһе.

    Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәшировҡа рәхмәт әйтте. Сибайҙа алып барылған эштәрҙең, бөтә хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеген ул контролдә тотто.

    –Төп һығымтаны билдәләп үтке килә. Сер түгел, хәл ҡатмарлы ине, экологик мәсьәлә, урындағы халыҡ ҡыйынлыҡтар кисерә. Әммә тап ошо хәл халыҡты берләштерҙе. Шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров.


    29 30 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 31 1 2


    Открытая республика
    Ссылки