• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостан Хөкүмәтендә патриотик тәрбиә мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтте 12.02.19 12:12

    Башҡортостан Хөкүмәтендә патриотик тәрбиә мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтте

    12 февралдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Артур Әхмәтханов Бөйөк Еңеү көнөн билдәләүгә әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
    Уның эшендә министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, республиканың ветерандар һәм йәштәр ойошмалары ағзалары ҡатнашты, кәңәшмәлә шулай уҡ патриотик тәрбиәгә бәйле актуаль һорауҙар ҡаралды.
    «Үлемһеҙ полк» акцияһын ойоштороу мәсьәләләре, шулай уҡ һәйкәлдәр һәм хәбиҙәр ҡәберҙәрен тәртипкә килтереү буйынса республика акцияһына бәйле һорауҙар ҡаралды. Волга буйы федераль округында эшләп килгән «Ватан Геройҙары» йәмәғәт проектын тормошҡа ашырыу хаҡында һүҙ барҙы.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки