• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостанда 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Иң яҡшы муниципаль берәмек» конкурсы иғлан ителде 12.02.19 9:21

    Башҡортостанда 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Иң яҡшы муниципаль берәмек» конкурсы иғлан ителде

    «Башҡортостандың иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы бер-нисә маҡсатты үҙ эсенә ала. Беренсенән, урындағы үҙидара органдарҙың биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү буйынса эшмәкәрлектәрен баһалау. Икенсенән, муниципаль берәмектәрҙең иҡтисади мөмкинлектәрен арттырыу һәм нығытыу. Өсөнсөнән, иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлашыу, муниципаль хеҙмәттең абруйын арттырыу.
    Конкурс үҙ эсенә бер-нисә номинацияны ала:
    а) «Муниципаль иҡтисади сәйәсәт һәм муниципаль финанстар менән идара» – 1-се категория (ҡала округтары, ҡала биләмәләре);
    б) «Муниципаль иҡтисади сәйәсәт һәм муниципаль финанстар менән идара» – 2-се категория (ауыл биләмәләре);
    в) «Муниципаль берәмектә йәшәүселәр менән һөҙөмтәле «кире бәйләнеш»  булдырыу, территориаль йәмәғәт үҙидара ойоштороу, уның эшмәкәрлегенә халыҡты йәлеп итеү» – 1-се категория (ҡала округтары, ҡала биләмәләре);
    г) «Муниципаль берәмектә йәшәүселәр менән һөҙөмтәле «кире бәйләнеш»  булдырыу, территориаль йәмәғәт үҙидара ойоштороу, уның эшмәкәрлегенә халыҡты йәлеп итеү» – 1-се категория (ауыл биләмәләре);
    д) «Милләт-ара татыулыҡ һәм дуҫлыҡты нығытыу, муниципаль кимәлдә милли сәйәсәт йүнәлеше буйынса саралар ойоштороу» – 1-се категория (ҡала округтары, ҡала биләмәләре);
    е) «Милләт-ара татыулыҡ һәм дуҫлыҡты нығытыу, муниципаль кимәлдә милли сәйәсәт йүнәлеше буйынса саралар ойоштороу» – 2-се категория (ауыл биләмәләре);
    ж) «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы ауыл биләмәһе хеҙмәткәре»;
    з) «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль район хеҙмәткәре»;
    и) «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы ҡала округы хеҙмәткәре»;
    к) «Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара һорауҙарын яҡтыртыусы иң яҡшы журналист»;
    Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2016 йылдың 18 июлендә ҡабул ителгән 815-се һанлы ҡарарына ярашлы, «Башҡортостандың иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы Бөтә Рәсәй «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» конкурсының  төбәк этабы иҫәпләнә. Республика конкурсында еңеү яулаған муниципаль берәмектәр автоматик рәүештә федераль конкурс ҡатнашыусыһы тип иҫәпләнә. Ил Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, еңеүселәргә Рәсәй Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премия тапшырыла.
    Конкурсҡа ғаризалар 2019 йылдың 20 мартына тиклем Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министрлығында, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы,46 адресы буйынса (264 бүлмә), йә электрон форматта osipova.a.a@bashkortostan.ru адресы буйынса ҡабул ителә.




    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки