• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Проект офисы ултырышында бизнес инкубаторҙар үҫтереү буйынса тәҡдимдәр ҡаралды 07.02.19 15:33

    Проект офисы ултырышында бизнес инкубаторҙар үҫтереү буйынса тәҡдимдәр ҡаралды

    7 февралдә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Александр Сидякин рәйеслегендә төбәктең инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса проект офисы ултырышы үтте.  
    Унда ҡатнашыусылар «Төҙөлөш өсөн рөхсәт биреү процедураларының һөҙөмтәлеге» буйынса Милли рейтинг күрһәткестәренә анализ яһаны. Дәүләт ҡарамағындағы ер биләмәләрендә урынлашҡан иҡтисади яҡтан отошһоҙ республика милкен баһалау тәртибе ҡаралды.
    Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты проект офисы ултырышында ҡатнашыусыларға артабан яңы эшҡыуарҙар өсөн бизнес инкубаторҙар  үҫтереү юлдарын тәҡдим итте.
    Ултырышта Сибай, Салауат, Октябрьский ҡалаларындағы бизнес-инкубаторҙар менән берҙәм идара итеү компанияһы итеп «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Башҡортостан Республикаһы агентлығын» билдәләргә тигән ҡарарға киленде. Шулай уҡ Өфө ҡалаһында бизнес-инкубатор булдырыу мәсьәләһен өйрәнеү бурысы ҡуйылды. Бынан тыш, муниципаль берәмектәрҙә бизнес өсөн коворкинг-үҙәктәр ойоштороу перспективалары барланды. 2019 йылда республиканың 20 район-ҡалаһында бизнес үҫтереү үҙәктәре барлыҡҡа килергә тейеш.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки