• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты 85 йәше менән тәбрикләне 07.02.19 14:26

    Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты 85 йәше менән тәбрикләне

    7 февралдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты 85 йәшлек юбилейы менән ҡотланы һәм Башҡортостан Республикаһының почёт грамотаһын тапшырҙы.

    –Мортаза Гөбәйҙуллович, беҙ Һеҙҙең наградаларҙы барлап сыҡтыҡ. Рәсәйҙең иң юғары исем-дәрәжәләренең барыһына ла эйәһегеҙ, «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнгәнһегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Юбилейығыҙ уңайынан Башҡортостан Республикаһының почёт грамотаһын тапшырырға рөхсәт итегеҙ. Хәйриә эшендә әүҙем ҡатнашҡанығыҙ һәм республика тормошо һәм үҫешенә битараф булмағанығыҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм.
    Төбәк етәксеһе юбилярҙың Башҡортостан үҫешенә индергән тос өлөшөн айырым билдәләне.

    –Башҡортостан үҫеше өсөн күпме көс һалыуығыҙҙы республика халҡы белә, аңлай. Һеҙ төбәкте иң ауыр йылдарҙа етәкләнегеҙ, иң ҡатмарлы ҡарарҙар ҡабул иттегеҙ. Республика, уны тап һеҙ етәкләгән заманда Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһындағы алдынғы төбәккә әүерелде. Башҡортостан тап шул мәлдә тотош Рәсәй һәм сит илдәргә танылды, тине Радий Хәбиров. –Биләмәләр, муниципаль берәмектәр, инфраструктураны үҫтереү, эре предприятие, ауыл хужалығы ойошмалары асылыуы – Һеҙҙең ҡаҙаныш. Иң мөһиме – халыҡ һөйөүе. Был хаҡта Һеҙҙең адресҡа яуған меңәрләгән ҡотлау хаттары һөйләй. Мин Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем. Һеҙ беҙҙең өсөн остаз булып тораһығыҙ. Артабан да республика үҫеше өсөн бергәләп эшләрбеҙ тип ышанам.

    –Йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн рәхмәтлемен. Ысынлап та, күп нәмәләр эшләнде, шул иҫәптән Һеҙҙең менән бергә, – тине Мортаза Рәхимов. – Бөгөн һеҙгә ауыр. Сөнки әлеге республика бөтөнләй башҡа. Шуның өсөн мин дә Һеҙгә һаулыҡ, түҙемлек һәм ышаныслы команда теләйем.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки