• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров эшҡыуарҙар менән осрашты 05.02.19 19:55

    Радий Хәбиров эшҡыуарҙар менән осрашты

    5 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Бизнес-клуб» форматында республика эшҡыуарҙары менән осрашты. Унда инжиниринг, фән ҡаҙаныштарын производствоға индереү менән шөғөлләнеүселәр, программа яҙыусылар, пилотһыҙ осоу аппараттары етештереүселәр, медиа-контент булдырыусылар ҡатнашты.

    Осрашыу алдынан Радий Хәбиров эшҡыуарҙар тәҡдим иткән продукция һәм хеҙмәттәр менән танышты. Унда виртуаль ысынбарлыҡ күҙлектәре өсөн программа, «Грузобзор» логистика системаһы, WorldSkills йүнәлеше буйынса махсус уҡытыу программаһы, чат-роботтар етештереү технологияһы, һитә нигеҙендә эшләнгән минераль-витамин комплексы, сәнәғәт предприятиелары өсөн пилотһыҙ осоу аппараты һәм үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары күрһәтелгәйне.

    Төбәк етәксеһе ихтыяж һәм рентабеллек, тауар һәм хеҙмәттәрҙең таралыу географияһы, тәҡдим ителгән программа, продукцияларҙы республиканың иҡтисад тармағында ҡулланыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.

    –Бик үҙенсәлекле экспозиция менән таныштым. Үҙегеҙҙең асыштарығыҙҙы етештереү этабына сығара алыуығыҙ һөйөндөрә. Һеҙгә ҙур рәхмәт, – тине үҙ сығышында Радий Хәбиров. – Беҙ алып барған сәйәсәттең мөһим йүнәлештәренең береһе – эшҡыуарҙарға ирекле шарттар тыуҙырыу. Тәүге һәм мөһим аҙым – үҙ-ара дуҫтарса мөнәсәбәт ҡороу, шуның менән бизнес вәкилдәренә властең уларға йөҙ менән боролоуын аңлатыу.

    Әңгәмә барышында эшҡыуарҙар үҙҙәре һайлаған бизнес йүнәлештәрен үҫтереү мөмкинлектәре тураһында һөйләне, республикала эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү йәһәтенән теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе. Тәү сиратта, улар төбәктә заманса IT-парк кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды, урындағы программа яҙыусыларға ярҙам маҡсатында тендер үткәреү шарттарына үҙгәрештәр индерергә һәм дәүләт власы органдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырырға тигән фекерҙәрен еткерҙе. Радий Хәбиров айырым тәҡдимдәрҙе ентекле өйрәнергә һәм уларҙы «Инвестиция сәғәте» сиктәрендә ҡайтанан ҡарарға кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки