• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров сираттағы «Сәләмәтлек сәғәтен» үткәрҙе

    Радий Хәбиров сираттағы «Сәләмәтлек сәғәтен» үткәрҙе

    24 ғинуарҙа Республика Йортонда  Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Сәләмәтлек сәғәте» форматында сираттағы кәңәшмәһен үткәрҙе. Һәр ваҡыттағыса, видеоконференция режимында унда район-ҡала хакимиәте башлыҡтары һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.
    Кәңәшмә башында Радий Хәбиров Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелинға һүҙ биреп, Сибайҙағы экологик хәлде һорашты, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүгә бәйле һорауҙарын төбәне. Урал аръяғына ебәрелгән республика учреждениелары табиптары тарафынан ошо мәлгә 2800 кеше ҡабул ителгән. Халыҡҡа медицина битлектәре һәм активлаштырылған күмер таратыу ойошторолған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Тәбиғәтте күҙәтеү идаралығы менән берлектә атмосфера составын тикшереү буйынса  даими  мониторинг алып бара.  Ҡырым шифаханаларына дауаланырға ебәреү өсөн карьерҙан 500 метр радиуста урынлашҡан биләмәләрҙә йәшәүсе балаларҙың исемлеге төҙөлгән.
    Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы был ваҡиғанан һәр бер етәксе һабаҡ алырға тейешлегенә акцент яһаны.
    –Беҙҙең өсөн был проблема  – ҡатмарлы шарттарҙа берҙәм эшләргә өйрәтеүсе һынау, һәр кем үҙ кимәлендә һығымта яһарға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
    ***
    Социаль селтәрҙәр аша халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр менән эшләүсе төркөм етәксеһе Елена Прочаковская һаулыҡ һаҡлау темаһына ҡағылған ялыу, хаттарға анализ яһаны. Республика етәксеһенең шәхси битенә һәм Хакимиәттең граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү идаралығына бер аҙна эсендә тап медицинаға бәйле 158 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Уларҙың күбеһе Сибайҙағы экологик хәлгә бәйле.  Йәнә медицина учреждениелары торошо, оптимәлләштереү менән килешмәү, ашығыс ярҙам хеҙмәтенә дәғүә белдереү, дарыуҙар менән тәьмин итеү һәм айнытҡыстарҙы ҡабаттан тергеҙеү темалары. Борай районы халҡы легаль булмаған спирт ташыусылар проблемаһын күтәргән. Был һорау хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡарамағына тапшырылған. Радий Хәбиров Йәмәғәт именлеге буйынса ведомство-ара Советы секретары Алексей Касьяновты законһыҙ рәүештә алкоголь продукцияһын һатыусылар менән көрәшкә ҡушылырға саҡырҙы.
    ***
    Өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы балалар туҡланыуы менән тәьмин итеү, шул иҫәптән һөт кухняларына бәйле проблемалар менән Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин таныштырҙы. Бөгөн тотош республикаға ни бары бер генә учреждение – Өфө балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге эшләй. Ул үҙ эсенә өс кухняны ала һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән  алты айҙан йәш ярымға тиклемге балалар  өсөн  һөт продуктары етештерә. Башҡа муниципаль берәмектәрҙә бындай категорияға бары тик ҡоро һөт бирелә.
    Өфө балалар һәм диетик туҡланыу үҙәгенең эш тәжрибәһе менән башҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфирә Бакирова уртаҡлашты. Һөт кухняһы тарафынан йылына 3,3 млн өлөш продукция етештерелә. Уларҙың ҡап яртыһы бушлай аҙ тәъмин ителгән ғаиләләргә таратыла. Һатыуға сығарылған продукциянан былтыр был үҙәк 51 млн һум табыш алған.
    Стәрлетамаҡта асыласаҡ балалар туҡланыуы етештереүсе һөт фабрика-кухняһы проекты менән Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова таныштырҙы. Уның әйтеүенсә, был кухня Стәрлетамаҡ ҡалаһын һәм уға яҡын райондарҙы хеҙмәтләндерә ала. Фабрика тулыһынса тиерлек әҙер, эш башлар өсөн ойоштороу әһәмиәтендәге бер-нисә һорау ҡалған. Радий Хәбиров был мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү юлдарын табырға һәм кухняны файҙаланыуға тапшырырға ҡушты. Йәнә һаулыҡ һаҡлау министрлығына, ата-әсәләр араһында һорау алыу үткәреп, һөт кухнялары етештергән продукцияға ихтыяжды өйрәнергә, тағы ла был йәһәттән республика закондарын федераль ҡануниәткә яраҡлаштырыу бурыстарын ҡуйҙы.
    –Апрель аҙағына республика халҡы фекере менән нығытылған аныҡ тәҡдим-фекерҙәр көтәм. Был мәсьәләне беҙҙә нисек хәл итеп була – ошо һорауға яуап кәрәк. Эште ойоштороу һәм иҡтисади схема ла унда асыҡ сағылырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
    ***
    Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин яман шеште иртә асыҡлау маҡсатында, беренсе звено медицина белгестәре – участка табиптары һәм фельдшерҙарҙың «онкоһағайыу» кимәлен артырыу буйынса  уҡытыу-аңлатыу саралары планы менән таныштырҙы.  Ул Квалификацияны күтәреү үҙәге базаһында өҫтәлмә белем биреү, онлайн-семинарҙар, фәнни-ғәмәли конференция ойоштороу, тематик  уҡытыу модулдәрен үтеүҙе үҙ эсенә ала. Практик һәм методик ярҙам күрһәтеү маҡсатында республика онкология диспансеры белгестәре район-ҡалаларға сығасаҡ. Бынан тыш, диспансерҙың үҙендә, муниципаль-ара үҙәктәрҙә граждандар өсөн «асыҡ ишектәр көнө» ойоштороласаҡ.
    Республика етәксеһе тағы ла онкосирҙәрҙе ваҡытында асыҡлаған участка табиптары һәм фельдшерҙарға премия түләү мәсьәләһен дә ҡарарға ҡушты.

    ***
    «Сәләмәтлек сәғәте» сиктәрендә, бер-нисә йыл элек Башҡортостан Хөкүмәте менән «Генус» компанияһы араһында төҙөлгән концессион килешеү нигеҙендә инвестор ҡарамағына тапшырылған Салауат бала табыу йортона бәйле һорауҙар ҙа ҡаралды. Концессионер медицина учреждениеһын тулынса ремонтлау һәм заманса йыһазландырыу  яуаплылығын үҙ өҫтөнә ала. Проект хаҡы 286,3 млн. Әммә бала табыу йорто белгестәре әйтеүенсә, был аҙым уларҙың эшенә бөтөнләй кире йоғонто яһаған.
    Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына был һорауҙы контролдә тоторға, объектив баһа бирергә һәм инвесторҙарҙың үҙ йөкләмәләрен атҡарыу кимәлен тикшереп барырға ҡушты.
    –Киләсәктә бала табыу һәм перинаталь учреждениеларға бәйле концессион килешеүҙәргә юл ҡуймаҫҡа, – тине Радий Хәбиров. – Был тәңгәлдә беҙҙең тәжрибә әҙ, ышаныслы финанс инструменттар юҡ. Шуға ла бындай аҙым башҡаса ҡабатланырға тейеш түгел.
    ***
    Республика халҡына стоматология ярҙамы күрһәтеүҙы ойоштороу буйынса Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин сығыш яһаны. Тармаҡ етәксеһе әйтеүенсә, был йүнәлештә техник модернизация талап ителә. Бөгөн өс компьютер томографы һәм 769 берәмек стоматология ҡорамалдары һатып алырға кәрәк.
    Радий Хәбиров өс йылға иҫәпләнгән  республика программаһын төҙөргә ҡушты. 2019 йылда ошо йүнәлеш өсөн 50 млн һум аҡса бүленәсәк.



    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки