• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостандың медицина ойошмалары йәнә 35 ашығыс ярҙам машинаһы алды 28.12.18 9:20

    Башҡортостандың медицина ойошмалары йәнә 35 ашығыс ярҙам машинаһы алды

    Башҡортостандың медицина ойошмалары республика бюджеты иҫәбенә тағы 35 ашығыс ярҙам машинаһына эйә булды. Был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

    Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы, Нефтекама ҡала дауаханаһы, Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы, Дүртөйлө һәм Туймазы үҙәк район дауаханаһы — икешәр, Октябрьскийҙың 1-се ҡала дауаханаһы, шулай уҡ Аҡъяр, Асҡар, Асҡын, Архангел, Баҡалы, Баймаҡ, Балтас, Бәләбәй, Благовещен, Оло Ыҡтамаҡ, Бүздәк, Борай, Бөрйән, Үрге Йәркәй, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡалтасы, Кушнаренко, Мишкә, Саҡмағош, Шаран, Языков, Яңауыл  үҙәк район дауаханалары берәр Газ маркалы ашығыс ярҙам көймәһен алды.

    Бынан алда республиканың башҡа ҡала һәм район дауаханаларына 23 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле оҙатылғайны.

    Республика Хөкүмәтенән бөтәһе 172 ашығыс ярҙам автомобилен һатып алыу өсөн аҡса бүленгән.


    25 26 27 28 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 31


    Открытая республика
    Ссылки