• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров чиновниктарҙы яңы йыл бүләктәрен мохтаждарға бирергә саҡырҙы 24.12.18 8:51

    Радий Хәбиров чиновниктарҙы яңы йыл бүләктәрен мохтаждарға бирергә саҡырҙы

    Радий Хәбиров ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарын, министрҙарҙы һәм башҡа етәкселәрҙе яңы йыл байрамдары алдынан бер кемгә лә кәрәкмәгән бүләктәр һәм открыткалар менән алмашыуҙы бөтөрөүҙе һораны.

    «Ҡайһы бер ҡабул итеү бүлмәләрендә ярты метрлыҡ ҡатырға өйөмөн, түшәмгә тиклем ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскәләрҙе һәм ҡиммәтле бүләктәр һалынған тау-тау пакеттарҙы күреү оҡшамай ине. Әйҙәгеҙ яңғыҙҙарға, өлкәндәргә, мохтаждарға ярҙам итәйек. Миңә йәки башҡа етәкселәргә бирергә йыйынған әйберегеҙҙе уларға бүләк итегеҙ. Намыҫығыҙ ҙа таҙа, һәм, әйткәндәй, закон буйынса ла дөрөҫ. Ә ҡотлауҙарҙы мессенджерҙар аша ебәрегеҙ, уларҙы юҡҡа үҙләштерҙекме ни... », — тип яҙҙы Башҡортостан етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
    Бынан алда Башҡортостандың Финанс министрлығы яҡынлашып килгән яңы йыл байрамдарына бәйле бүләк биреүҙең һәм алыуҙың тыйылған булыуын иҫкә төшөрҙө.

    «Рәсәй Федерацияһының дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте тураһында» Федераль закондың 17-се статьяһына ярашлы, дәүләт хеҙмәткәренә вазифалы бурыстарын үтәүгә бәйле граждандарҙан һәм фирмаларҙан бүләк, шул иҫәптән аҡса, ссуда, хеҙмәттәр, күңел асыу, ял, транспорт сығымдары өсөн хаҡ һәм башҡа бүләктәр алыу тыйылған», — тип белдерҙеләр финанс ведомствоһының матбуғат хеҙмәтендә.

    Башҡортостандың Юғары суды ла республикала йәшәүселәргә дәүләт хеҙмәткәрҙәренә бүләк биреүҙең, ә чиновниктарға хеҙмәт бурыстарын үтәүгә бәйле бүләктәр алыуҙың закон нигеҙендә тыйылған булыуы тураһында иҫкә төшөрҙө.  


    25 26 27 28 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 31


    Открытая республика
    Ссылки