• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан хәтер кисәһе үтте 05.02.18 21:34

    Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан хәтер кисәһе үтте

    5 февралдә Өфөлә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжиҙең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан хәтер кисәһе үтте.


    Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән йыйылыусыларҙы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов сәләмләне.


    – Бер йыл элек беҙҙең яҙыусының юбилей сараларын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйылды. Беҙ, республикала йәшәүселәрҙең һәммәһе, бала-саҡтан бөйөк шағирҙар, яҙыусылар ижады менән яҡындан танышып үҫтек. Улар араһында Назар ағай Нәжми айырым урын алып тора. Ул башҡорт поэзияһының алтын фондына ингән күренекле лириктарҙың береһе, – тине вице-премьер.


    Шағирҙы иҫкә алырға Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, туғандары, ижадын һөйөүселәр йыйылды. Шулай уҡ хәтер кисәһендә билдәле драматург Данил Сәлихов етәкселегендә Татарстан Яҙыусылар союзы вәкилдәре, Ҡабарҙы-Балҡар Яҙыусылар союзынан Ҡаншаубей Мизиев һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.


    Ҡаншаубей Мизиев әйтеүенсә, Назар Нәжми Ҡайсын Кулиев шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә иткән һәм әҙәбиәт үҫешенә тос өлөш индергән шәхес.


    – Башҡорт поэзияһының ике аҡһаҡалы – Мостай Кәрим һәм Назар Нәжми – беҙҙең өсөн айырыуса әһәмиәтле. Ике шағирҙың тыуына 100 йыл тулыуға Ҡабарҙы-Балҡарҙа шиғырҙар йыйынтығы баҫыласаҡ, – тине әҙип.


    Башҡорт дәүләт филармонияһында Назар Нәжми ижад иткән шиғырҙар, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Шулай уҡ ижадына һәм тормошона арналған китап күргәҙмәләре ойошторолдо.



    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30


    Открытая республика
    Ссылки