• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте ултырышын уҙғарҙы

    Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте ултырышын уҙғарҙы

    13 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Унда 2030 йылға тиклем төбәктең Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы, 2030 йылға тиклем Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү стратегияһы, шулай уҡ «Башҡортостан сәнәғәте үҫеше һәм уның конкурентлығын арттырыу» һәм «Республикала физик культураны, спортты һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү» дәүләт программалары раҫланды.

    Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу балалы ғаилә йәшәй. Уларға булышлыҡ итеү өсөн республика ҡаҙнаһынан йыл һайын 10 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелә. Был йәһәттән республика тәжрибәһе федераль кимәлдә лә танылыу тапты.

    – Шуға бәйле 2018 йылды республикала Ғаилә йылы тип иғлан итеү тәҡдимен индерәм. Уның буйынса әлеге ваҡытта тейешле указ әҙерләнә. Был ҡарар быйыл ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамы сараларын көсәйтеү йәһәтенән Рәсәй Президенты иғлан иткән Балалыҡ ун йыллығы бурыстарына тулыһынса тап килә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Ғаилә йылының төп сараларын әҙерләргә һәм уны тормошҡа ашырыр өсөн Хөкүмәткә тейешле министрлыҡтарҙы һәм ведомстволарҙы, район һәм ҡала хакимиәттәрен, предприятиеларҙы, йәмәғәт ойошмаларын йәлеп итеү бурысы йөкмәтелә. Ошо күп яҡлы эште бергәләп ойошторорға һәм алып барырға кәрәк. Ғаилә йылының саралары ғаилә институтын үҫтереү, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу буйынса дәүләттең, йәмғиәттең һәм бизнестың көсөн берләштерергә тейеш.

    Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, 2018 йылда илдә иғлан иелгән ирекмәндәр йылы һәм ғаилә сәйәсәте – бер-береһен тулыландырырға тейеш.


    – Ирекмәндәрҙең төрлө форумдарҙа, сараларҙа ҡатнашыуы ғына түгел, тәү сиратта көн һайын, шул иҫәптән ғаилә именлеген тәьмин итеү, йәмғиәтте үҫтереү өсөн даими эшләүен яҡшы беләбеҙ, – тип билдәләне республика етәксеһе.


    2030 йылға тиклемге осорға Төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһына килгәндә, республика етәксеһе фекеренсә, документтың оҙаҡ әҙерләнеүе, эштең «ҡатмарлы булыуын, күп көс талап итеүен» билдәләне. Стратегияны эшләүгә, уның төп положениеларын тикшереүгә тәүгә төбәктең ғилми коллективтары, «Сколково» белгестәре генә түгел, йәмғәтселек һәм эшҡыуарлыҡ та йәлеп ителде. Федераль үҙәктең, атап әйткәндә, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының теләктәре, төбәктәр эшенең һөҙөмтәлелек күрһәткестәре лә иҫәпкә алынды.


    — Һөҙөмтәлә күләмле документ барлыҡҡа килде. Ул тәү сиратта кешеләрҙең именлегенә йүнәлтелгән ҙур программаларҙы, мөһим проекттарҙы һәм идара итеү ҡарарҙарын күҙаллау һәм тормошҡа ашырыу нигеҙе булырға тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә Рөстәм Хәмитов. – 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән Стратегияла ҡуйылған бурыстарҙың уңышлы үтәлеше властың, бизнестың, йәмғиәттең һәм бөтә граждандарҙың уртаҡ эшенән тора.


    ***


    Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән Стратегияның төп положениелары менән таныштырҙы. Республика төп социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса даими рәүештә илдең ун алдынғы төбәгенә инә һәм шул йәһәттән географик яҡтан отошло урынлашыуын һәм үҫешкән инфраструктураны иҫәпкә алыу менән төбәктең артабанғы үҫеш йүнәлештәрен һәм тиҙлеген билдәләй.


    Күрһәткестәр анализы нигеҙендә Стратегияның дүрт өҫтөнлөгө булдырылған. Ул – кешелек капиталы, иҡтисадтың реаль секторы, биләмәләрҙең тотороҡло үҫеше һәм дәүләт менән идара итеүҙе камиллаштырыу.


    Өҫтөнлөклө йүнәлештәр нигеҙендә документ бурыстары һәм маҡсатлы күрһәткестәр формалаштырылған. Уларҙа иң мөһиме – кешелек потенциалын үҫтереү индексы һәм халыҡ иҫәбенә тулайым төбәк продукты. Һуңғыһын 2030 йылға өс тапҡырға күберәккә – 967 мең һумға тиклем арттырыу күҙаллана. Ғүмер оҙонлоғо 76 йәшкә тиклем етергә тейеш.


    Иҡтисадтың реаль секторын үҫтереү йәһәтенән маҡсатлы күрһәткестәр сифатында хеҙмәт етештереүсәнлеге, халыҡ иҫәбенә инвестициялар, ауыл хужалығы продукцияһының үҫеше билдәләнгән. Яҡын ваҡытта документты тормошҡа ашырыу планы әҙерләнәсәк, тип хәбәр итте Евгений Гурьев.


    Башҡортостан Башлығы Стратегия положениеларына ярашлы тармаҡ программаларын һәм муниципаль кимәлдә тейешле документтарҙы әүҙемләштереү кәрәклегенә иғтибар итте.


    — Бөтә йүнәлештәрҙә лә эш алға барһын өсөн норматив-хоҡуҡи документтар комплексын булдырыу зарур, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына был эште тамамларға тейешбеҙ.




    30 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки