• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостанда Асылыкүл туристик-рекреация кластеры ойошторола

    Башҡортостанда Асылыкүл туристик-рекреация кластеры ойошторола

    26 июлдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Йортонда «Асылыкүл курорт-паркы» туристик-рекреация кластерын үҫтереүгә арналған кәңәшмә үтте.

    Кәңәшмәне асып, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәрхәд Самедов яңы проекттың төбәктә туризм өлкәһендә кластер алымын үҫтереү буйынса системалы эштең тәүге өлөшө, тип билдәләне. Был тиҙ үҫешкән йүнәлештәрҙең береһе. Уның ярҙамында яҡын арала Башҡортостан туристик республикаһына әйләнәсәк.

    — Аҡыллы концепция төҙөргә кәрәк, был урындар танылған яҙыусылар менән бәйле. Барыһын да ныҡлы һәм матур итеп эшләү зарур.Туризм өсөн яраҡлы булған ниндәйҙер айырым ваҡытлыса торлаҡ замандары үтте», — тине вице-премьер.



    «Экология, инвестициялар һәм «Асылыкүл» тәбиғәт паркын үҫтереү» консорциумы рәйесе Марат Сәхәпов күлдең Рәсәйҙең туристарҙы йәлеп иткән ун һыу ятҡылығы исемлегенә инеүен билдәләне. Объектты үҫтереү буйынса «юл картаһы»нда 93 пункт, улар иҫәбендә отель, ресторан, шифахана, турбазалар. Потенциаль инвесторҙар менән 30 һөйләшеү үткәрелгән. Ер мәсьәләләрен көйләү башланған. Картаны тормошҡа ашырыу бығаса күрелмәгән туристик парк булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

    Республиканың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры Илдар Һаҙыев махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә кластерҙы үҫтереү идеяһын хупланы.

    Кәңәшмә аҙағында «Асылыкүл курорт-паркы» туристик-рекреация кластерын ойоштороу һәм үҫтереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документты ҡул тамғалары менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәрхәд Самедов, «Башэкотур» яуаплылығы сикләнгән ойошма директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Альберт Харисов, «Башҡортостандың махсус һаҡлаған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы» директоры Марат Хәсәнов, шулай уҡ Дәүләкән, Әлшәй, Бәләбәй һәм Бүздәк райондары хакимиәте башлыҡтары нығытты.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 1


    Открытая республика
    Ссылки