Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!
Павловка ауылында «2015 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы фәнни һәм инновацион эшмәкәрлегенең үҫеш стратегияһы» Башҡортостандың фәнни-техник үҫешенең оҙайлы сроклы прогнозын булдырыу буйынса республика кәңәшмәһе үтә. Унда Хөкүмәт вице-премьеры Марат Мөлөков, иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Евгений Маврин, һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, фән, башҡа дәүләт структураларының вәкилдәре ҡатнаша. — Беҙҙә республикала инновацион инфраструктураның инвестицион фондтар, технопарктар, юғары уҡыу йорттары, тармаҡ һәм фәнни-тикшеренеү институттары кеүек һәм башҡа төрлө барлыҡ элементтары ла бар. Быларҙың барыһын алғанда ла ниҙер етмәй, — тине Марат Мөлөков. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, «хәлгә объектив баһа биреү һәм ҡайҙа йүнәлеш алырға икәнен хәл итеү, билдәле сиктәр ҡуйыу һәм өҫтөнлөктәрҙе билдәләү зарур». — Инвестицион фондтарҙа аҡса етерлек. Бөгөн инвесторҙар проекттар өсөн үҙ-ара конкуренция алып бара, шуға күрә аҡса юҡлығына зарланыу бик үк дөрөҫ түгел, — тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары. Кәңәшмә 6 июлгә тиклем дауам итәсәк. Уның сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы инновацион үҫешенең төрлө йүнәлештәре буйынса тематик секциялар планлаштырылған.