• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    01.01.09 12:34

    Башҡортостан йыл һайын Бангладешҡа 300 мең тонна иген ебәрә ала

    17 августа Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Бангладеш Халыҡ Республикаһының Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Сайфул Хок менән осрашты. Яҡтар Башҡортостан менән Көньяҡ Азия иле араһында эшлекле бәйләнеште үҫтереү буйынса уртаҡ мәсьәләләрҙе тикшерҙе. — Беҙ республика менән ике яҡ өсөн дә файҙалы булған хеҙмәттәшлек булдырырға уйлайбыҙ, — тине илсе. – Тәү сиратта беҙҙе ауыл хужалығы һәм мәғариф өлкәләре ҡыҙыҡһындыры. Беҙҙең ҡарамаҡҡа, Бангладеш студенттары республика техник вуздарында уҡый алһын өсөн Башҡортостанда бөтә шарттар ҙа бар. Ауыл хужалығына килгәндә, беҙ Башҡортостандың Бангладешҡа оҙайлы ваҡыт дауамында иген ебәреүен планлаштырабыҙ. Илсе һүҙҙәренә ҡарағанда, йылына 300 мең тонна иген хаҡында һүҙ бара. Шул уҡ ваҡытта Бангладеш Башҡортостанға күндән изделиелар, сәй, диңгеҙ продукттары һәм башҡа тауарҙар ебәрә ала. Шулай уҡ Сайфул Хоҡ ике республика араһындағы хеҙмәттәшлектең башҡа өлкәләрҙә лә була алыуын билдәләне.



    30 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки