Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!
Дмитрий Медведев менән Рөстәм Хәмитов Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында булды, унда улар оксигенация өсөн аппараттар ҡараны, шулай уҡ үткәрелгән операциялар тураһында мәғлүмәт базаһы менән танышты.
Бынан һуң Дмитрий Медведев Рөстәм Хәмитов менән бергә бөйөр күсереп ултыртыу буйынса операция кисергән ауырыуҙар менән аралашты. Табиптар быйыл клиникала 23 бындай операция үткәрелеүе хаҡында һөйләне. Шулай уҡ Рәсәй Президентына 73 йәшлек пациентҡа ҡорһаҡ аортаһын эндопротезлау буйынса дауаханала үткәрелгән бик ауыр операциянан видеояҙма күрһәттеләр.
— Элегерәк бындай операциялар Европаның иң яҡшы дауаханаларында ғына эшләнгән, хәҙер юғары технологиялы медицина ярҙамын беҙҙең пациенттарға ла күрһәтә алабыҙ, — тип һөйләне бүлек мөдире Әмир Хәмитов.
Бындай операция ике сәғәт дауам итә, тип аңлаттылар табиптар.
Артабан Рәсәй Президенты дауахана хеҙмәткәрҙәре менән осрашты һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Дмитрий Медведев Башҡортостанға икенсегә килде. Февралдә Өфөлә ул Рәсәй йәмғиәтендә милләт-ара татыулыҡты нығытыу сараларына арналған Дәүләт Советы Президиумы ултырышын үткәргәйне.