• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    01.01.09 12:34

    Башҡортостанда Яңы йыл каникулдары 31 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем дауам итәсәк

    Башҡортостанда Яңы йыл каникулдары 31 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем дауам итәсәк. Был көндәр ял көндәре тип иғлан ителде. — 2012 йылда 1 һәм 7 ғинуарҙағы байрам көндәре ял көндәренә тура килә. Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, ял һәм байрам көндәре тап килгән осраҡта ял көнө байрамдан һуң килгән эш көнөнә күсерелә. Тимәк, ял көндәре йәкшәмбе 1 ғинуарҙан һәм шәмбе 7 ғинуарҙан 2012 йылдың 6 һәм 9 ғинуарына күсерелә, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Эльмира Кожаева. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда 2012 йылда 1 – 9 ғинуар ял көндәре булып тора. 2011 йылдың 30 декабрендә эш көнө ҡыҫҡартылмай. Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 1, 2, 3, 4, 5 һәм 7 ғинуарҙағы ял һәм байрам көндәре отпускының календарь көндәренә индерелмәй.



    30 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки