• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    01.01.09 12:34

    Башҡортостан Хөкүмәте тура эфирҙа яуап бирҙе

    Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары — Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин Башҡорт юлдаш телевидениеһы каналында тура эфирҙа барған «Власть менән һөйләшеү» программаһында республика халҡының һорауҙарына яуап бирҙе.

    Янғын һөҙөмтәһендә йортһоҙ ҡалған Бүздәк халҡы 2 ай ярымдан һуң яңы торлаҡ аласаҡ. Был турала Сергей Афонин белдерҙе. Башҡортостан Президенты өйһөҙ ҡалған ҡасаба халҡына матди ярҙам күрһәтергә ҡушҡан.  

    — Беҙ башҡаса булдыра алмайбыҙ, — тип билдәләне Сергей Афонин. – Һәм, үкенескә күрә, республиканың зыян күреүселәр өсөн йорт күтәреү тәжрибәһе лә бар.

    Хәтерегеҙгә төшөрәйек, йәкшәмбе Бүздәк районы үҙәгенең Пархоменко урамындағы ике ҡатлы ағас йорт тулыһынса янып бөттө. Унда йәшәгәндәр эвакуацияланды, һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Янғынды һүндереүҙә 18 техника берәмеге һәм 52 янғын һүндереүсе ҡатнашты, ут сығыу сәбәптәре асыҡлана.

    Йортта 16 фатир булған. Унда 44 кеше, шул иҫәптән 23 бала йәшәгән. Зыян күреүселәр туғандарында урынлашҡан, йәнә район хакимиәте уларға 94-се һөнәрселек училищеһының ятағынан урын биргән.

    Сергей Афонин әйтеүенсә, был йортта йәшәгәндәрҙең барыһы ла урынлашып бөткән, туҡланыу мәсьәләһе лә хәл ителгән.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 1


    Открытая республика
    Ссылки