• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    01.01.09 12:34

    Күпләп торлаҡ төҙөгәндә Башҡортостанда ташҡын хәүефе иҫәпкә алынасаҡ

    Башҡортостанда яңы торлаҡ массивтарын проектлағанда ташҡын хәүефенә етди иғтибар биреләсәк. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин әйтеүенсә, был мәсьәлә бөгөн айырыуса көнүҙәк.

    — Краснодар крайында булып үткән һәр кемгә билдәле ваҡиғалар арҡаһында оператив кәңәшмәлә Рөстәм Зәки улы был мәсьәләне ҡаты ҡуйҙы. Бөгөн был темаға тағы иғтибар артты, — тине вице-премьер. — Ағиҙел аръяғындағы биләмәләрҙе үҙләштереүҙе күҙаллаған проекттар буйынса беҙҙең иҫәпләүҙәрҙе ҡайтанан тикшерергә һәм тулыландырырға кәрәк.

    Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөләге биләмәләрҙе комплекслы үҙләштереү мәсьәләһенә арналған кәңәшмәлә БР Хөкүмәтенә төҙөлөш алып барыу күҙалланған урындарҙы ташҡын хәүефе йәһәтенән тикшерергә ҡушты. Һуңғы йылдарҙа төбәктә ҙур ташҡындар булмаһа ла, Өфө янында 40-50 йылға бер тапҡыр һыу баҫыу осраҡтары күҙәтелә. Ошоноң арҡаһында республика башлығы комплекслы үҙләштереү планынан һыу баҫыу ихтималлығы булған биләмәләрҙе һыҙып ташларға, шулай уҡ дамбалар, башҡа төрлө гидротехник ҡоролмалар торошон даими контролдә тоторға, халыҡты иҫкәртеү системаларының төҙөклөгөн тикшерергә ҡушты.



    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».