• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    01.01.09 12:34

    БРИКС менән Латин Америкаһына яҡынайҙыҡ

    Уҙған аҙнала республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың етәкселегендәге рәсми делегация эсендә Латин Америкаһына эш сәфәрендә булды, “Азатлыҡ утрауы”нда 11 июлдә Владимир Путин бер аҙнаға Латин Америкаһы илдәренә юлланды. Был – уның һуңғы ике йылдағы иң оҙайлы эш сәфәре. Илебеҙ етәксеһе бер аҙнала һауа юлынан 35,6 мең саҡрым юл үтергә тейеш. Шулай ҙа, йыраҡлыҡтан бигерәк, сәфәрҙең тарихи әһәмиәте мөһим. Украиналағы ыҙғышҡа бәйле Европа союзы һәм АҠШ менән низағлашып торған мәлдә, илебеҙҙең Латин Америкаһына яҡынайыуын, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яңыртып ебәреүен сәйәси аҙым тип тә баһалайҙар. Венесуэланың элекке президенты мәрхүм Уго Чавес Рәсәйгә һәр саҡ теләктәшлек күрһәтеп килде. Куба һәм Боливия ла – күптәнге дуҫтарыбыҙ. Бразилия менән иһә БРИКС илдәре берләшмәһе аша хеҙмәттәшлек алып барабыҙ. Мексикаға килгәндә, ике арала сауҙа мөнәсәбәттәре тығыҙ. Тимәк, Владимир Путин бөтөнләй сит-ят ергә барып төшмәне, ә элекке дуҫтарҙы барлап сыҡты тип билдәләргә кәрәктер. Рәсәй Президенты башта Кубала булды. Америка ҡитғаһында был ер күптән “Азатлыҡ утрауы” тигән исем алған. Унда Владимир Путин 2000 йылда – тәүге президентлыҡ мөҙҙәте мәлендә – беренсе тапҡыр барғайны. 2008 йылда иһә ул саҡтағы Президент Дмитрий Медведев та Кубала булып китте. Тимәк, илебеҙҙе әлеге дәүләт менән күптәнге дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй. Уҙған быуаттың 70 – 80-се йылдарында, СССР һәм АҠШ араһында “һалҡын һуғыш” барғанда, был төбәктә берҙән-бер социалистик ҡоролошло ил булараҡ, Куба беҙгә терәк-таяныс булды, хәрби база сифатында хеҙмәт итте. Былтыр октябрҙә уларҙың СССР-ға булған 32 миллиард доллар бурысын иҫәптән һыҙып ташлау буйынса килешеү төҙөлгәйне. Әлеге эш сәфәре барышында Владимир Путин Кубаны ошо түләүҙән тулыһынса ҡотолдорҙо. Был сумма уларҙың дөйөм бурысының 90 процентын тәшкил итә. Ҡалған 3,5 миллиард доллар аҡсаны беҙгә ун йыл һуҙымында ҡайтарып бирергә тейештәр. Эйе, АҠШ яғынан “һалҡын һуғыш” еле иҫә башлаған мәлдә, Рәсәй өсөн Кубаға яҡынлау стратегик әһәмиәткә эйә. Мәғлүм булыуынса, 2001 йылда Владимир Путин “Азатлыҡ утрауы”нан Рәсәйҙең хәрби базаларын алдыртҡайны. Бындай аҙым АҠШ менән мөнәсәбәттәрҙе яйлау, көсөргәнеште кәметеү өсөн кәрәк ине. Хәҙер килеп, “ел” кире яҡҡа иҫә башлағас, Кубалағы хәрби базаларҙың тергеҙелеүе ихтимал. Владимир Путин Фидель Кастро менән осрашыу мөмкинлеген дә тапты. Кубаның бөгөнгө етәксеһе Рауль Кастро ла Рәсәй Президентын ҙур ихласлыҡ менән ҡабул итте. Осрашыуҙа һүҙ ике ил араһындағы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу хаҡында барҙы. Былтыр Рәсәй менән Куба араһындағы тауар әйләнеше 220 миллион доллар тәшкил иткән. Киләсәктә был һанды арттырыу бурысы тора. Дуҫ-теләктәш арта Кубанан һуң Владимир Путин Никарагуаға юлланды. Әйткәндәй, илебеҙ етәксеһе был илгә тәү тапҡыр аяҡ баҫа. Никарагуа президенты Даниэль Ортега менән осрашыу барышында хеҙмәт­тәшлекте нығытыу мәсьәләһе ҡаралды. Ике арала дипломатик мөнәсәбәт урынлаштырылыуға быйыл 70 йыл тула. Һөйләшеүҙә ошо хаҡта ла һүҙ булды. Киләсәктә Рәсәй Никарагуаға бойҙай һатасаҡ. ГЛОНАСС станциялары урынлаштырыу буйынса ла килешеү төҙөлдө. Ә иң мөһиме – был төбәктә Рәсәйҙең тағы ла бер дуҫы, теләктәше барлыҡҡа килде. Аргентинала ла Владимир Путин беренсе тапҡыр булып китте. Рәсәй менән тауар әйләнеше буйынса был ил, Бразилия, Венесуэла һәм Мексиканан ҡалышып, дүртенсе урында тора. Аргентина президенты Кристина Фернандес Киршнер менән осрашыу барышында Владимир Путин ошо йәһәттән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләһенә туҡталды. Киләсәктә ике арала энергетика, электроэнергетика, нефть, газ, атом энергетикаһы, элемтә тармаҡтары буйынса хеҙмәттәшлек алып барыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта Аргентина Рәсәй өсөн “Ҙур егерме” илдәре араһында стратегик партнер ҙа булып тора. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыу ваҡиғаһын тәүгеләрҙән булып Аргентина президенты Кристина Фернандес Киршнер хуплап, теләктәшлек белдерҙе. Бындай ыңғай ҡараш илебеҙ өсөн бик мөһим булды. Ғөмүмән, Рәсәйҙе Аргентина менән күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Батша Рәсәйе заманында уҡ, 1885 йылда, ике арала дипломатик мөнәсәбәт урынлаштырылған. Аргентинала йәшәгән һәр алтынсы кеше Рәсәй күскенсеһе булып иҫәпләнгән. Йән тартмаһа ла, ҡан тарта, тиҙәр. Ҡан-ҡәр­ҙәштәребеҙ күпләп йәшәгән был илдең Латин Америкаһында терәк-таянысыбыҙға әүерелеренә ышаныс бар. Сәфәрҙең әһәмиәте бик ҙур Бразилияға Владимир Путин Рио-де Жанейро ҡалаһында уҙғарылған футбол буйынса донъя беренселегенең финал ярыштарын ҡарарға, эстафетаны ҡабул итергә килгәйне. Уйында Германия командаһы, Аргентинаныҡыларҙы өҫтәмә ваҡытта еңеп, донъя чемпионы исемен яуланы. Билдәле булыуынса, киләһе сара 2018 йылда Рәсәйҙә үтәсәк. Ошо айҡанлы Халыҡ-ара футбол федерацияһы флагын Йозеф Блаттер Владимир Путинға тапшырҙы. Рио-де Жанейро ҡалаһында Рәсәй Президенты Германия канцлеры менән дә аралашырға өлгөрҙө. Һөйләшеүҙә төп иғтибар Украиналағы ваҡиғаларға йүнәлтелде. Бразилиа ҡалаһында иһә Путин президент Дилма Роуссеф менән рәсми шарттарҙа осрашты. Сара барышында ике ил араһындағы иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелде. Рәсәй Президенты Форталеза ҡалаһында БРИКС илдәре етәкселәренең саммитында ла ҡатнаша. Дөйөм алғанда, Владимир Путиндың Латин Америкаһына эш сәфәре бик ҙур әһәмиәткә эйә.



    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки