• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    23.05.11 12:34

    Башҡортостанда сәсеү кампанияһы тамамлана

    еспубликала 2011 йылғы сәсеү кампанияһы тамамлана. Яҙғы сәсеү 90% майҙандарҙа үткәрелгән. Әлеге ваҡытта игенселәр йылы яратыусы культураларҙы сәсеүгә сыҡты. Ҡарабойҙай, тары, кукуруз һәм судан үләненә сират етте.  

    БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре күҙаллауынса, яҙғы сәсеү 26-27 майға тамамланырға тейеш. Яҙғы баҫыу эштәренә һабантуйҙарҙа йомғаҡ яһаласаҡ. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикала беренсе һабан байрамының 28 майҙа уҡ үтеүе ихтимал, баҫыу эштәре тамамланыуын күрһәтеүсе һабантуйҙарҙың күбеһе 4 июнгә билдәләнгән.

    Ауыл эшсәндәре ошо көндәрҙә яңы агротехник эштәрҙе үтәүгә сыға. Бер нисә районда иген сәсеүлектәрен химик утауға төштөләр, сиратта — аралыҡлы культураларҙың рәт араһын эшкәртеү.



    25 26 27 28 29 30 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 31 1 2 3 4 5


    Открытая республика
    Ссылки